-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Суд приставтары – балалар янында

Йолаға ярашлы, быйыл да район суд приставтары хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Балаларҙы яҡлау көнө алдынан Табындағы балалар социаль приютына килде.

Бында яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйылған 25 бала тәрбиәләнә. Улар байрам уңайынан үҙҙәрен тәмлекәстәр, төрлө емештәр менән һыйлаған өлкән дуҫтары менән аралашты, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Һәм тағы ла килеүҙәрен теләп, рәхмәт әйтеп хушлашты.