-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Оло еңеүҙәргә илткән юл

Йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә физкультурниктар, тренерҙар, профилле уҡыу йорттарын тамамлаусылар һәм студенттар, спорт ветерандары, сәләмәт тормош алып барыусылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был көндө спорт һөйөүселәр бар уңыштарын, еңеүҙәрен ошо датаға арнайҙар.

Район спортсылары ла байрамды лайыҡлы ҡаршылай. Был турала район хакимиәтенең Йәштәр, социаль сәйәсәт, физкультура һәм спорт секторы етәксеһе Шамил ХӘКИМОВ түбәндәгеләрҙе һөйләне.

- ХХVI Ауыл спорт уйындарында быйыл да ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәштек. Өфө ҡалаһында уҙған саңғы ярышында республикала 5-се, Шишмә ҡасабаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы волейболда - 3-сө, баскетболда – 6-сы, ҡышҡы туризм буйынса – 5-се, Туймазы ҡалаһында уҙған йәйге полиатлон ярышында 1-се, еңел атлетикала 3-сө урындарҙы алдыҡ. Сентябрҙә ошо уйын сиктәрендә йөҙөү, өҫтәл теннисы, октябрҙә шахмат һәм декабрҙә ҡышҡы полиатлон буйынса ярыштар көтөлә. Уҙған йыл Ауыл спорт уйындарында яулаған 3-сө урынды быйыл да ҡулдан ысҡындырмаҫҡа иҫәп тотабыҙ.

Июнь аҙағы - июль башында Тамбов ҡалаһында үткән Призывҡа тиклемге Рәсәй йәштәре спартакиадаһында 10 кешелек район командаһы хәрби-спорт йүнәлешендәге спорт төрҙәрендә лайыҡлы сығыш яһаны.

Йыл һуҙымында шахматсылар, тенниссылар ҙа һынатманы, район, республика, ил кимәлендәге турнирҙарҙа уңышлы ҡатнаштылар.

Һөнәри байрамыбыҙ алдынан 2 – 7 августа Курск ҡалаһында уҙған XII Бөтә Рәсәй Ауыл уйындарында респуб-лика командаһы составында Башҡортостан данын яҡлау бәхетенә ирештек. 4 спортсыбыҙ – Илдус Уразғолов, Эдуард Өмөтбаев, Оксана Родионова, Нурзиә Әбделғужина һәм тренер Лиана Хәкимова тырышлығы менән полиатлон буйынса 2-се урынды алдыҡ. Республика командаһы 22 спорт төрөнөң 11-ендә ҡатнашып, дөйөм зачетта 13-сө урынды, 800 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалалар араһында 3-сө урынды яуланы.

Географик яҡтан уңайлы, судья-тренерҙар составының көслө булыуы районда төрлө кимәлдәге спорт сараларын ойоштороуға булышлыҡ итә. Быйыл уҡыусылар араһында волейбол зона ярышы, республика шахмат беренселеге, туризм буйынса республика чемпионаты үтте.

Йәштәр, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт секторы мәғариф бүлеге менән берлектә уҙғарған Уҡыусылар спартакиадаһы, райондың сик һағы ветерандары союзы һәм “Батыр” хәрби-патриотик клубы башланғысында тәүге тапҡыр үткән традицион уҡтан атыу буйынса арчери-биатлон турниры, республиканың иң көслө командалары ҡатнашҡан, быйыл 11-се тапҡыр А.С.Чушкин призына үткәрелгән баскетбол ярышы, төрлө байрамдарға арналған эстафета-кростар барыһы ла бер маҡсатҡа - мөмкин тиклем күберәк кешене спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуға булышлыҡ итә. Ошо йүнәлештә арымай-талмай эшләгән физкультура уҡытыусылары, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары, спорт ветерандарының тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән Сәләмәтлек клубтары, спорт кластары, “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, төҙөкләндереүҙән һуң өр-яңы төҫ алған “Йәшлек” паркы йәштәргә лә, өлкәндәргә лә еңел атлетика, йөҙөү, футбол, волейбол, баскетбол, скандинав йөрөшө, саңғыла йөрөү менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр бирә.

Сәләмәт йәмғиәттең төп нигеҙе булған һәр спорт төрө лә ныҡышмалылыҡ, ихтыяр көсө һәм үҙ эшеңә тоғролоҡ талап итә. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан район спортсыларын ихлас ҡотлайым, яңы еңеүҙәр теләйем, яулайһы бейеклектәренең алда булыуына ышанам.