-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Рух ныҡлығы ла тәрбиәләй

Спорт, уның ниндәй төрө булыуына ҡарамаҫтан, кешене физик яҡтан нығытыу менән бергә рухи ныҡлыҡ та тәрбиәләй, бигерәк тә бала, үҫмер саҡта шәхес булараҡ үҫешеүгә ыңғай булышлыҡ итә. Һүҙем Юлыҡ урта мәктәбе уҡыусыларын еңел атлетика менән дуҫлаштырған элекке тренерыбыҙ Фәнил Басиров хаҡында.

Фәнил Миңлеғәле улы етәкселегендәге еңел атлетика күнекмәләренә йөрөгән мәлдәрем мәктәп йылдарымдың сағыу бер хәтирәһе булып ҡалған. Сөнки тап ошо осор тәүге уңыштарым-еңеүҙәремә, артабан ғүмерлеккә һайлаған һөнәремә йоғонто яһаған. Һәр тәрбиәләнеүсеһенә айырым мөнәсәбәт, йылы ҡараш булдыра белгән остазым күнекмәләрҙе ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп үткәрә белде, төрлө ерҙәргә ярыштарға йөрөгәндә атайҙарса хәстәрлек тә күрһәтте. Ул ваҡытта Әлфиә Яҡшыбаева, Светлана Сәлимова, Нурзилә Юлмөхәмәтова, Азамат һәм Йәҙил Зәйнетдиновтар төрлө дистанцияларға йүгереп районда ғына түгел, республика кимәлендә һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәште. Һәр тәрбиәләнеүсеһе менән айырым-айырым шөғөлләнгән (сөнки төрлө оҙонлоҡҡа йүгергәндә күнекмәләр бер-береһенән айырыла) Фәнил Миңлеғәле улының баһаһы баһалап бөткөһөҙ ҙур икәнлеген әле үҙем уның юлынан китеп, студенттар менән эшләй башлағас ҡына ныҡлап төшөнәм.

Һәр йыл август башында физкультурниктар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан мине оло юлға - спортҡа ылыҡтырған тәүге тренерым Фәнил Миңлеғәле улы Басировты һәм барлыҡ элек бергә шөғөлләнгән таныштарымды байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Ә әлеге ваҡытта спортта тәүге аҙымдарын башлап яһаусыларға уңыштар, яңынан-яңы артылыштар теләйем.