-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Байрамдарында көс һынаштылар


“Йәшлек” ял паркында байрам тантаналы шарттарҙа асылды. Спортсыларҙы район хакимиәтенең физик культура һәм спорт, йәштәр һәм социаль сәйәсәт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Сергей Чебурашкин байрам айҡанлы ҡотланы, яңы еңеүҙәр, уңыштар теләне.

Башта старт һыҙығына 2003 йылға тиклем тыуған малайҙар баҫты һәм 1 мең метр арала уҙыштылар. Улар араһында беренсе булып Дмитрий Афанасьев, икенсе булып уның ҡустыһы Сергей Афанасьев, өсөнсө булып Егор Ергунов килде. 2002 йылғыларҙан өлкәнерәктәр 2 мең метр араға уҙышты һәм улар араһында республика ярыштарында еңеү яулап йөрөгән Илдус Ураҙғолов – беренсе, Илнур Кейекбаев – икенсе, Георгий Афанасьев өсөнсө урында. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Оксана Родионова - беренсе, Розалия Дәүләтбаева – икенсе, Анастасия Григорьева өсөнсө урында. Ирҙәр араһында спорт ветераны, 60 йәшлек Ғайса Кейекбаев ярыштың иң өлкән ҡатнашыусыһы булды.

Футбол ярышында дүрт команда ҡатнашты һәм Красноусолдың беренсе йәштәр командаһы – беренсе, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы – икенсе, Красноусолдың 2-се командаһы өсөнсө урын алды. Волейбол ярышы ла бик сәмле барҙы. Спорт ветерандары – Еҙем-Ҡаран

ауылынан Раил Йомағолов, Юлыҡтан Кәрим Кәримов, Красноусолдан Рафаэль Юлмөхәмәтов бер командаға

тупланып уйнанылар. Тап уларҙың командаһы финалда Сәйетбаба егеттәре менән осрашты. Башлыса йәштәрҙән торған Сәйетбаба командаһы ветерандарҙы еңеүгә өлгәште. Красноусолдың 3-сө мәктәп уҡыусылары командаһы өсөнсө урын алды.