-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шахмат – зирәктәр уйыны

Районыбыҙ бер нисә йыл рәттән шахмат буйынса респуб-лика спартакиадаһын үҙендә уҙғара килә. Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының ХХI Спартакиадаһы сиктәрендә тиҙ шахмат буйынса финал этабының быйылғыһы уҙған ял көндәрендә, йәғни 16-17 мартта Красноусол башҡорт гимназия-интернаты базаһында үтте.

БР Мәғариф министрлығы ойошторған зирәклек һәм аҡыл ярышында республикабыҙҙың 12 ҡала, 30 район мәктәбенән командалар, йәмғеһе 168 йәш шахматсы ҡатнашты.

Красноусол башҡорт гимназия-интернатының тамаша залында спартакиаданы асыу тантанаһында БР Олимпия резервындағы уҡыусыларҙы физик тәрбиәләү һәм әҙерләү идаралығы етәксеһе М.Ж.Йосопов, Бөтә Рәсәй “Рәсәй офицерҙары” йәмәғәт ойошмаһы президиумының БР буйынса төбәк-ара бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Э.Ю.Әбдәдилов, БР Шахмат федерацияһының башҡарма директоры Ә.М.Даукаев, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Г.М.Монасипова спортсыларҙы сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙеләр. Ярышта ҡатнашыусы тиҫтерҙәренә КБГИ-ның “Ҡолонсаҡ” ансамбле йыр-моңдарын, Радмир Мөьминов бейеүен бүләк итте.

Еңеүселәрҙе БР Шахмат федерацияһының башҡарма директоры Әмирйән Даукаев, район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, КБГИ директоры Гөлсөм Монасипова тәбрикләне, кубоктар, миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар КБГИ етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәргә үҙҙәрен йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт әйтеп таралышты. Дөйөм алғанда, ярыш бик ойошҡан рәүештә үтте.