-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Атай-олатайҙар шөғөлөн үҙ итеп

Ҡалын урмандарға һыйынып, хозур тәбиғәт ҡосағында ултырған, күркәмлеге менән айырылған Ҡолҡан ауылы (Сәйетбаба ауыл хакимиәте) кешеләре матур тормош көтә. Был ауылда төп шөғөл булып умартасылыҡ тороп, ул үҙенең шифалы, тәмле йүкә балы менән генә түгел, данлы-даланлы умартасылары менән дә билдәле. Бында һәр икенсе йортта бал ҡорто тоталар. Шундай умартасылар ғаиләһе менән танышыу теләге беҙҙе ҡортсолар нәҫеленән булған Фәтих Ғәзизовтарҙың йортона килтерҙе.

Ҙур һәм бейек, күркәм йорт янында ауылда һәр саҡ кәрәкле трактор тора, еңел автомашиналары ла бар. Был йортҡа күҙ төбәп килһәк тә, ғаилә башлығы, йәғни баш умартасы өйҙә булмай сыҡты.

-Үтегеҙ, үт, Фәтих хәҙер ҡайта, - башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас ихласлыҡ менән хужабикә Лилиә беҙҙе өйгә әйҙүкләне. Өҫтәлгә хуш еҫле, яңы ғына айыртылған бал, ҡаймағын, ҡорот-эремсеген һәм башҡаһын теҙеп, сәйен дә ҡуйып ебәреүгә йорт хужаһы ла ҡайтып етте. Хужалар бик ҡыҫтағас, тәмләп сәй эскәндә өҫтәл артында бал ҡорттары, уларҙы тәрбиәләү нескәлектәре, Ғәзизовтарҙың умартасылар нәҫеле хаҡында һүҙ барҙы.

Фәтих баҫалҡы, бик асылып бармаҫ әңгәмәсе кеүек күренһә лә, уның менән аралашып, һуңынан умарталыҡтарына (йорттарына яҡын ғына, ағаслыҡ аша матур аҡланда урынлашҡан) барып, бал ҡорттарының эшмәкәрлеген ҡарағанда, кинәнеп һөйләгән хәбәрҙәренән уның булдыҡлы, маҡсатҡа ынтылыусан, тәүәккәл булыуына инандыҡ. Бөгөн Ғәзизовтарҙың умарталары 50-нән артыҡ. Бал ҡортондай егәрлелеге, эшһөйәрлеге, оҫталығы умартасыны ауылда билдәле иткән дә инде. Был төбәккә сәфәр барышында умартасылар хаҡында белешкәйнек, ауылдаштарының тап Фәтих Сәмиғулла улын атауы ла бушҡа түгелдер, ысынлап та, ул ысын умартасы, йәғни умартасылар нәҫелен дауам итеүсе булып тора.

- Атайым Сәмиғулла, уның атаһы, йәғни олатайым Фазлиәхмәт данлыҡлы умартасылар булған, шулай уҡ ата-бабалары ла ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. Олатайымдың үҙенең ҡорт баҡсаһы булып, был урынды әле лә ауыл халҡы “Фазлиәхмәт баҡсаһы” тип атап йөрөтә. Атайым 80 йәшенә тиклем умарта ҡараны, 84 йәшендә мәрхүм булды. Ә олатайым 100-гә еткән,- ти Фәтих ғорурлыҡ менән үҙ нәҫеле менән таныштырып. – Ысындан да, беҙҙең нәҫелде умартасылар династияһы тиергә мөмкин. Беҙ ғаиләлә 5 бала үҫеп, дүртебеҙ иҫән һәм Миңнур ағайым менән Рәзимә апайым да ауылда ҡорт аҫрап йәшәйҙәр. Тимерғәле ағайым ғына ҡалала ғүмер итеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, әленән-әле беҙгә ярҙамға ҡайтып тора,- ти ул. – Элгәре ауылда нәҫелле умартасылар ғына булһа, хәҙер йәштәр ҙә был кәсепкә тотоноп китте. Әммә бал ҡорттары үлеп йонсота, был саҡта күңелде төшөрөргә ярамай, уларҙы ишәйтеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Ағасҡа дәдән, айы-рып осоп киткән бал ҡорто күсен тотоу өсөн ҡулайлама элеп ҡуйып тотоп та уларҙы ҡайтанан ишәйтергә мөмкин, мин шулай эшләйем, - тип үҙ тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. - Йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла балһыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ. Былтыр 20 феләк тирәһе бал алғайныҡ, быйыл да шунса булыр тип өмөтләнәбеҙ. Үҙебеҙҙең бал һатып алыусы клиенттарыбыҙ бар, өйгә үк килеп алып китәләр, - тип тә өҫтәй ул.

Лилиә менән Фәтих Ғәзизовтарҙың бал ҡорттары күсе генә түгел, балалары ла ишле – 6-ау. Иң өлкәне Зарифҡа – 27 йәш, өйләнгән, 3 бала атаһы. Заһир, Фирүзә (Ишембайҙа нефть колледжында уҡый), Гөлсәсәк (6-сы класҡа), Наҙгөл (3-сө класҡа бара), оя төбө – Байрас 5 йәштә. Ҡыҙ-улдары атай-әсәйҙәренең ҙур ярҙамсылары. Ғаиләләре ҙур булғас, ауылдың иң осонда – урманға яҡын урында иркен йорт (13,5х11 м) һалып сыҡҡандар. Бында Фәтихтең әсәһе – 93 йәшлек Сәбилә әбей ҙә улар менән бергә ғүмер йомғағын һүтеп, бәхетле ҡартлығын кисерә.

Ауыл ерендә йәшәгәс, малды ла күпләп аҫрарға күнеккәндәр: һыйыр-аттары 3-әр баш, башмаҡтары, өс тиҫтәләп һарыҡтары, күркә, өйрәк, тауыҡтары бергә 100-ләп баш булып китә.

Эйе, балы татлы булһа ла, бал ҡортон тәрбиәләү ҙур тырышлыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ һәм, әлбиттә, бал ҡортондай егәрлелек талап итә. Ошо сифаттарға эйә булған Ғәзизовтарҙың умартасылар династияһын бөгөн улдары Зариф дауам итә. Шулай итеп, тик уңғандарҙың ғына тормошо балдай татлы, күстәре ишле, табышы мул, бал ҡортондай эшләһәң генә тәмле бал ашарға була икәнлеген Ғәзизовтар миҫалында йәнә бер иҫбатланыҡ.

Индира ИШКИНА.
Читайте нас в