-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бал ҡортоноң серҙәре

*Дәүерҙәргә һуҙылған тарихында кешеләр бөжәктәрҙән тик икәүһен генә ҡулға эйәләштергән: бал ҡорто һәм ебәк күбәләге. Бик ентекле өйрәнеүҙәренә ҡарамаҫтан, улар һаман кеше өсөн серле донъя булып ҡала, хужа ҡарамағында ла үҙ тереклеге менән йәшәй.

*Тәбиғи бөрйән солоҡ ҡорто – иң сыҙамлыһы. Һыуыҡтар 50 градусҡа еткәндә лә, улар иҫән ҡышлай.

*Бал ҡортон тәү сиратта бал сығанағы итеп ҡабул итәбеҙ. Асылда иһә донъялағы сәскә атыусы үҫемлектәрҙең 80 процентын һеркәләндереп, бал ҡорто кешегә ун тапҡырға күберәк файҙа килтерә.

*Балдың сифатын белеү өсөн, уға тамсы ғына йод тамыҙалар. Зәңгәрләнһә, балға крахмал өҫтәлгән тигән һүҙ. Яҡшы бал ҡалаҡтан һуҙылып, өҙөлмәй аға, тамып өлгөргәне ҡалаҡҡа кире тартыла. Шәкәр сиробы ҡушылған бал һыу һымағыраҡ, ҡалаҡтан тамсылап тама. Балды быяла банкаларҙа һаҡлайҙар, металл һауытҡа һалырға ярамай! Ҡояш нуры балдың шифалы үҙенсәлектәрен юҡҡа сығара, уны ҡараңғы, ҡоро урынға ҡуйырға кәрәк. Аш бүлмәһендә торһа – ул еҫтәрҙе үҙенә һеңдерә, һыуытҡыста шифалы матдәләре юғала.

*Африкала, Һиндостанда бал ҡорттары, беҙҙәге һағыҙаҡ кеүек, төрлө ерҙә оялай. Ә Америкала иһә боронораҡ бал ҡорттары булмаған, уларҙы Европанан күсенеүселәр килтергән. Индеецтар бал ҡорттарын “аҡ кеше себене” тип атаған. Әле Америкала умартасылыҡ киң таралған.