-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Солоҡсолоҡто үҫтерергә кәрәк

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың Ғафури районы Еҙем лесничествоһы йүкә урманына бай төбәк. Йүкә сәскәһен ҡырау һуғып бармай, сөнки район Урал тауының армыт-армыт уйпатлығында урынлашҡан. Еле лә, ямғыр ҙа үҙ ваҡытында яуа. Йүкә сәскә атҡан ваҡытта ауылда бал еҫе аңҡый, тик бал ҡорттарының геүләп осҡаны ғына ишетелә – симфоник гармония бирә.

Донъяла бик күп төрлө бал бар. Әммә йүкә балы – иң шифалыһы һанала. Халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин йырлағанса, “өҫтәлдә башҡорт балы ла, яныңда йән һөйгәнең, самауырҙы йыҡҡансы ла, таҫтамалды һыҡҡансы”. Ысынлап та, йырҙағыса, өҫтәлеңдә кәрәҙле-балауыҙлы бал бар икән, үҙе ҙур байлыҡ. Башҡа урындарҙа бал булмаған йылдарҙа ла беҙҙә булды.

Заманында “Йондоҙ” колхозының 11 умарталығы – пасекаһы бар ине. Мин дә Таллыҡ пасекаһында эшләнем. Һәр береһендә 270-ләп дәдән бар ине. Дәдән менән рамдарҙы пасеканың үҙендә эшләнек. Умарталыҡты оҫта умартасы Уҫман Ғәлин етәкләне. Ул пасекалар араһында бал алыу буйынса ярыш ойошторҙо. Колхоз ике еңеүсегә 100 кг бал бирә һәм ял йортона путевка юллап ебәрә ине. Барый Сираев Мәскәүгә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә барып ҡайтты. Һуңынан унда барыу бәхете Рәжәп Әсәҙуллинға тейҙе, ул көмөш миҙал менән бүләкләнде.

Ауыл халҡы маҡсатлы йәшәне. Һәр бер йортта тиерлек бал ҡорттары умарталары булдырылды. Ҡайһыларының үҙ пасекалары булды. Был күренеш әле лә дауам итә. Мәҫәлән, Ринат Шәйәхмәтов, Юлай Юлбарисов, Илһам Байбулдин, Илдус Иҙрисов, Әлтәф менән Әлфир Фәхретдиновтар, Фәйзулла менән Рәйес Йәрмиевтар һәм башҡалар 50-100 башҡа тиклем бал ҡорттары умарталары тотоп, күпләп килем алалар. Ошо тиклем бал ҡорттарын аҫрау өсөн үҙеңә лә улар кеүек егәрле булыу кәрәк. Был бары тик егәрлеләргә хас шөғөл. Уны үҫтерергә генә кәрәк.