-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

100 йыллыҡҡа ҙур байрам

Ғафури районы хакимиәте Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ойоштороу комитеты, саралар планы раҫланды. Уға ярашлы районда төп тантаналар 29 мартта үтәсәк.

Был көндө Красноусолда 14.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем район мәҙәниәт һарайында район предприятиеларының күргәҙмәһе, 15.00 сәғәттә район һәм республиканың иң яҡшы артистары һәм коллективтары әҙерләгән байрам концерты була. Уның барышында юбилей фильмы күрһәтелә, рәсми ҡотлауҙар, юбилей миҙалдары менән бүләкләүҙәр ҡаралған. 19.00-дән 21.00 сәғәткә тиклем Мәжит Ғафури исемендәге майҙанда популяр йырсы Раил Өмөтбаев ҡатнашлығында киске байрам саралары үтә. Тантаналар 21.30 сәғәттә байрам салюты менән тамамлана.

Саралар ваҡытында айырым автомобиль юлдарында транспорт хәрәкәте сикләнә йәки тулыһынса туҡтатыла.