+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк 100 йылды ҙурлап...

29 мартта Красноусол мәҙәниәт һарайында тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһының бер быуатлыҡ юбилейына арналған ҙур байрам сараһы үтте. Сарала районыбыҙҙың республика үҫешенә индергән тос өлөшө барланды.

Районыбыҙ уңғандары игенселектә алдынғы, 40 төрлө икмәк изделиелары етештерә, шифалы һыуҙар ҡоя, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, шифаханаһы менән данлыҡлы. Һәр өлкәлә райондаштарыбыҙ күңел биреп эшләй, үҙ ерлегендә республика үҫешенә тос өлөш индерә. Юбилей уңайынан мәҙәниәт һарайы фойеһында “Ғафури районының алтын ҡулдары” тип исемләнгән бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолғайны. Байрамға килеүселәр һәм саҡырылған ҡунаҡтар - абруйлы яҡташтарыбыҙ төбәгебеҙҙә етештерелгән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукциялары менән танышты. Күргәҙмәнең тәүге өлөшө оҫта ҡулдарға арналып, район мәҙәниәт һарайы, Балалар ижады үҙәге, Красная Поляна утары, Сәйетбаба ауылы оҫталары И.Байбулдин, Р.Сабитова, Р.Йәрмиева, Рус Саскүле ауылынан А.Заплатин, Табындан О.Зимин, Л.Камалетдинова, А.Ғөбәйҙуллина, Р.Басариеваның һәм башҡаларҙың ҡул эштәренән торһа, икенсе өлөштә “Ғафури” ҡулланыусылар йәмғиәте, шәхси эшҡыуар “Фомин” йәмғиәте, “Красноусол” һәм “Тере һыу” минераль һыуҙары йәмғиәттәре, “Күркәм дөйәғоштар” КФХ-һы, Ҡотлоғужа ауылы умартасыһы һәм шәхси эшҡыуары Р.Мөлөков менән А.Маннанов, Бурлынан “Ғафури һөтө” (сыр етештерә башлаған һәм 5 төрлө сыр тәҡдим итте), Табындан М.Алиян, Красноусолдан Р.Бәширов үҙҙәрендә етештерелгән продукциянан, “Красноусол” шифаханаһы һәм Балалар санаторийы, үҙәк район китапханаһы күргәҙмә әҙерләгән. Шулай уҡ районыбыҙға исем биргән Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың Еҙем-Ҡарандағы йорт-музейының күсмә күргәҙмәһе лә ҡунаҡтар күңеленә хуш килде.

Бай күргәҙмәне ҡарап сыҡҡандан һуң, байрамға килеүсе билдәле яҡташтарыбыҙ мәҙәниәт һарайындағы тантаналы сарала ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында яҡташыбыҙ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы фракцияһы рәйесе Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының бүлек начальнигы Азат Салауат улы Юлдашбаев бар ине.

Сәхнә күҙҙең яуын алырлыҡ, матур итеп биҙәлгән. Тантананың түренә ике телдә “Алға, Башҡортостан!” тигән яҙма ҡуйылған. Байрам кисәһе башланырҙан алда йыйылыусылар хөкөмөнә республикабыҙ хаҡында юбилей фильмы тәҡдим ителде. Тамаша “Мағаш” ҡурайсылар халыҡ ансамбле башҡарыуында “Урал” көйө менән асылды. Сәхнәгә бер-бер артлы районыбыҙҙың һәүәҫкәр артистары һәм республиканың ижади коллективтары күтәрелде.

Юбилей кисәһен алып барыусылар Фәнзил Ғәлин менән Гүзәл Хәсәнова сараны асып, тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирҙе.

- Хөрмәтле ғафуриҙар, ҡәҙерле дуҫтар, саҡырылған ҡунаҡтар! Бөгөн был залға бәрәкәтле Ғафури ерендә тыуып үҫкән кешеләр – ошо ерҙең хәстәре һәм шатлығы менән янып йәшәүсе, ошо ерҙә тир түгеүсе яҡташтарыбыҙ, алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡайтҡан хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ йыйылған. Ғафури ере тарихы бөтөн Башҡортостан тарихы менән тығыҙ бәйләнгән һәм уның мөһим этаптарының үҙенсәлекле сағылышы булып тора. Бөгөн Ғафури ра-йоны 95 ауылды берләштергән 16 ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала, барлығы 31 354 кеше йәшәй, - тине Фәнзил Фәйез улы.

- Район барлыҡҡа килеүҙең тәүге йылдарында колхоздарҙы нығытыу, совхоздар булдырыу, матди-техник базаны, ауыл хужалығын һәм етештереүҙе үҫтереү барҙы. Районыбыҙ үҫешенә 1941-1945 йылғы Ватан һуғышы тотҡарлыҡ яһаны. 13 меңдән ашыу кеше һуғышҡа алынып, шуларҙың 10 меңе орден-миҙалдар менән бүләкләнде, 6 меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡалды. 5-һе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. 1 кешегә Рәсәй Геройы исеме бирелде. Бөгөн беҙҙә 7 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫән. Улар: Н.Б.Вахитов, П.С.Машков, Ғ.С.Садиҡов, Н.С.Салауатов, В.Ә.Шәрипов, Р.Ғ.Хөснөтдинов, Ғ.М.Шәрипов. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине Ф.Сыңғыҙов.

Фәнзил Фәйез улы сығышында районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөн индергән барлыҡ предприятие-ойошмалар, хужалыҡтар, медицина-мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен, ауыл биләмәләре башлыҡтарын, район Советы депутаттарын, район ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтарын билдәләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

-Районыбыҙҙағы төрлө мәсьәләләрҙе республика етәкселегенең, Хөкүмәттең, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың, министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың, федераль органдарҙың ярҙамынан башҡа хәл итеү мөмкин түгел. Был тәңгәлдә беҙ БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтовтың һәр ваҡыт, һәр яҡлап тос ярҙамын тоябыҙ,- тине ул. – 100 йыл арауығында республикабыҙҙың өлгәшкән уңыштарында һәм ҡаҙаныштарында Ғафури еренең эшһөйәр, һәләтле хеҙмәтсәндәренең дә тос өлөшө бар.

- Хөрмәтле Ғафури районы хеҙмәтсәндәре, ҡәҙерле ветерандар! Һеҙгә көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һәр берегеҙ хеҙмәт бурыстарығыҙҙы лайыҡлы башҡарып, районыбыҙ үҫешенә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ. Бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, оптимизм һәм хеҙмәт уңыштары теләйем. Күмәк тырышлыҡ менән республикабыҙ хаҡына күпте эшләйәсәкбеҙ, - тип сығышын тамамланы Фәнзил Сыңғыҙов һәм бер төркөм яҡташыбыҙҙы сәхнә түренә саҡырып, республиканың 100 йыллығы уңайынан “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығы” юбилей миҙалдары менән бүләкләне. Йыл буйына был миҙалға районыбыҙҙан республика үҫешенә тос өлөш индергән 62 хеҙмәтсән (әлеге сарала шуның 10-һына бирелде) лайыҡ буласаҡ.

Артабан сәхнә түренә яҡташыбыҙ, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов күтәрелде. Ул Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлауын еткерҙе һәм республиканың бер быуат һуҙымындағы социаль-иҡтисади үҫешен, ҡаҙаныштарын барланы. Был ҡаҙаныштарға районыбыҙ хеҙмәтсәндәренең дә ҙур өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рөстәм Рифат улы шулай уҡ яҡташтарына һайлауҙарҙа үҙенә ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бынан ары ла ра-йон хакимиәте менән бер төптән, әүҙем эшләйәсәктәрен белдерҙе. Тыуған районының күп күрһәткестәр буйынса республикала алдынғы муниципалитеттар араһында булыуына шатлығы менән дә уртаҡлашты. Артабан да райондың бөтә өлкәләрҙә лә юғары уңыштарға өлгәшеүен теләне. Р.Ишмөхәмәтов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр районыбыҙҙың мәҙәниәт, балалар коллективтарының, республиканың ижади коллективтары, йырсыларҙың сағыу сығыштарына үрелеп барҙы. Республика ойошторолоуға бәйле тарихи ваҡиғалар йылъяҙмаһы, сәнәғәт, ауыл хужалығы үҫеше күләмле сәхнәләрҙә оҫта драматургия алымдары менән күрһәтелде. Бындай саралар халыҡты берләштерә, йәшәргә дәрт һәм илһам өҫтәй. Тамаша залы хатта байрамды ҡарарға килеүселәрҙең бөтәһен дә һыйҙыра алманы. Шуға күрә лә ошондай матур байрамдарҙы һағынған халыҡҡа өҫтәмә ултырғыстар һәм эскәмйәләр индерергә тура килде.

Башҡортостан!

Киләсәгең яҡты, матур булһын,

Аяҙ-имен атһын таңдарың.

Күңелдәрҙе үҙенә тартып торһон

Өмөт тулы бәхет ярҙарың!

Киләсәгең яҡты булһын, йәшә, сәскә ат, Башҡортостан! – тигән шиғыр һүҙҙәре менән тамамланды байрам сараһы.


Читайте нас в