-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Байрамығыҙ менән!

Хөрмәтле торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре!

Хөрмәтле торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым. Халыҡты һәм төрлө учреждение-ойошмаларҙы электр энергияһы, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеүҙә, урамдарҙы, юлдарҙы тәртиптә тотоуҙа һеҙ ҙур эш башҡараһығыҙ. Һуңғы йылдарҙа хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифаты бермә-бер яҡшыра бара. Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү тармағы ла көндән-көн үҫешә һәм был йәһәттән эшҡыуарҙар әүҙемлек күрһәтә. Былар барыһы ла халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, уңайлыҡтар тыуҙырыуға булышлыҡ итә.

Һеҙгә ҡатмарлы һәм яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, районыбыҙ һәм илебеҙ хаҡына яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем.


Читайте нас в