-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
“Сүп-сар реформаһы”
31 Август 2018, 12:07

Үҙ эшенең оҫталары

Һәр йылдағыса сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһе – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Газпром Өфө газ бүлеүсе” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ғафури комплекслы газ хеҙмәте начальнигы Рөстәм Хажиәхмәт улы ҒӨБӘЙҘУЛЛИН менән әңгәмәләштек.

- Рөстәм Хажиәхмәт улы, һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй күрһәткестәр менән ҡаршылайһығыҙ?

- Беҙҙең коллективта ҡуйылған бурыстарға яуаплы ҡараусы, үҙ эшенең оҫталары булған хеҙмәткәрҙәр эшләй. Башҡарылған эштәргә килгәндә, быйыл районда 5 газ бүлеү пункты алмаштырылды, 4 мең фатирға техник тикшереү үткәрелде, 9,280 км газ үткәргес торбалар буялды, 50 км оҙонлоҡтағы торбаларҙың изоляцияһы тикшерелеп, асыҡланған етешһеҙлектәр бөтөрөлдө. Шулай уҡ ағымдағы эштәр – район буйынса беҙҙең ҡарамаҡтағы 722 км оҙонлоҡтағы газ үткәргесте, 102 газ бүлеү пунк-тын техник хеҙмәтләндереү, газ менән файҙаланған 8200 абонентты хеҙмәтләндерҙек. Иң күләмле эштәргә Табын ауылындағы коррекция мәктәбенә газ торбалары һуҙыуҙы (ҡаҙанлыҡ әҙер булған осраҡта, был объектта газды бөгөндән бирергә әҙербеҙ) индерергә мөмкин. Ошо арала Лубат биҫтәһендәге яңы төҙөлгән 42 фатирлы йортҡа газ үткәреүҙе тамамларға торабыҙ. Май айы-нан алып “зәңгәр яғыулыҡ” ҡулланыусы абоненттарға 200 счетчик ҡуйылды. Беҙҙең районға хас проблеманы ла әйтеп үтергә кәрәктер – ул да булһа йорт-фатирҙарҙағы газ ҡорамалдарының иҫке булыуы. Газ тотоноусы абоненттар эксплуатация ваҡыты күптән сыҡҡан ҡорамалдарҙың үҙҙәренең генә түгел, ә күршеләренең именлегенә лә ҡурҡыныс тыуҙырыуын аңлап, уларҙы яңыртыу сараһын күрһен ине.

Эшебеҙ хәүеф менән бәйле булыу сәбәпле, хеҙмәткәрҙәр белемдәрен камиллаштырып тора. Өфө ҡалаһында предприятиеның заман талаптарына яуап биргән үҙ уҡыу полигоны булған Уҡыу үҙәгенә инженерҙар, техник эшселәр - 3 йылға бер тапҡыр, слесарҙар - квалификация үтеп, разрядтарын күтәргәндә, өҫтәмә һөнәргә эйә булырға теләгәндә уҡырға ебәрелә. Авария-диспетчер хеҙмәте водителдәре һәм слесарҙарының күптәре ошо уҡ үҙәктә ҡотҡарыусы һөнәрен алдылар.

- Район ауылдарында газ үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереү нисек ҡуйылған?

- Беҙҙең районда бөтәһе 44 ауылдың халҡы “зәңгәр яғыулыҡ” ҡуллана. Уларҙы 15 слесарь хеҙмәтләндерә. Алдарына ҡуйылған бурыстарҙы – газ үткәргестәрҙе тикшереү-күҙәтеү, газ бүлеү пункттарын ҡарау, газ ҡорамалдары боҙолған һәм башҡа осраҡтарҙа абоненттарҙан заявкалар алыу, йорт, подвал, ҡоҙоҡтарҙың газланыуын

тикшереү һәм башҡаларҙы барыһы ла ҙур яуаплылыҡ менән үтәй улар.

Әйткәндәй, 53 кешенән торған коллективта татыу, берҙәм, яуаплы хеҙмәткәрҙәр эшләүен иҫәпкә алып, барыһы ла маҡтауға лайыҡ тип әйтер инем. Быйылғы йыл юбилейҙарға бай булыуы менән дә айырылып торҙо: Риф Фәтҡуллин менән Рацил Күскилдинға – 60, миңә, Артур Вәлиевҡа 50 йәш тулды, көҙгә Ришат Мәүлетов – 55, Фәрит Ҡоҙайғолов 50 йәшлек юбилейҙарын билдәләй. Бөтә юбилярҙарға ла профсоюз ойошмаһы һәм предприятиеның матди ярҙамы күрһәтелә.

- Предприятиеның матди-техник базаһы хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәктер...

- Беҙҙәге бар техника, ҡорамалдар даими яңыртылып торола. Өфө ҡалаһында газ предприятиелары өсөн ҡорамалдар сығарған махсус цехтар эшләп килә. Июль айында 5 блоклы газ бүлеү пункты алып ҡайттыҡ. Уларҙы заман талаптарына яуап бирмәгән иҫке пункт биналары урынына урынлаштырҙыҡ. 2011 йылдан алып район буйынса

күпселек запор арматуралары ҡоймалары яңыртылды. Ағымдағы йылда, мәҫәлән, 9 яңы ҡойма ҡуйылды.

- Байрамығыҙ уңайынан кемдәрҙе бүләкләйәсәкһегеҙ?

- Йыл һайын коллективтың алдынғы эшселәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Быйыл Туғай ауылы слесары Фәнзил Рәхмәтуллин Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына, слесарь Константин Ипатов “Газпром Өфө газ бүлеүсе” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Маҡтау грамотаһына һәм 28 йыл эш стажы булған тәжрибәле слесарь Азамат Хәйретдинов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһына тәҡдим ителде. Форсаттан файҙаланып, уларҙы һәм бар коллективты һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ихлас ҡотлайым, һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар, донъялар именлеге теләйем.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.
Читайте нас: