Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырыуын һорап район Пенсия фонды идаралығы начальнигы Наталия Михайловна ГРИГОРЬЕВАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:
- Беҙҙең 28 кешенән торған РФ Пенсия фонды дәүләт учреждениеһының Ғафури районындағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре райондағы барлыҡ пенсионерҙарҙы һәм пенсия йәшендә булмағандарҙы ла хеҙмәтләндерә. 1 декабргә ҡарата районда 10341 пенсионер иҫәпләнә. Шуларҙың 8087-һе ҡартлыҡ буйынса пенсия алыусылар булһа, 368 кеше – инвалидлыҡ, 622-һе – ҡараусыһыҙ ҡалыу буйынса, 1264-е социаль пенсия ала. Йыл башынан 699 кешегә пенсия тәғәйенләнде. Бөгөн районда ҡартлыҡ буйынса уртаса пенсия күләме 11730 һум тәшкил итә. Ай һайын район буйынса 130 миллион һум тирәһе пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр таратыла.
Йыл һуҙымында пенсия бер нисә тапҡыр индексация-ланды. Мәҫәлән, 2018 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 3,7 процентҡа артты, ә 1 апрелдән эшләүсе һәм эшләмәүсе пенсионерҙар өсөн 2,9 процентҡа индексацияланды. Бөтөн эшләмәүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумы кимәленә еткереп социаль өҫтәлмәләр түләнде.
2019 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 7,05 процентҡа (уртаса 1000 һумға) индексациялана. Индексациялағандан һуң билдәләнгән түләү күләме айына 5334,2 һум тәшкил итәсәк, пенсия балы хаҡы – 87,24 һум. 1 апрелдән иһә дәүләт пенсияһы менән тәьмин итеү, социаль пенсияны ла индереп, бөтә пенсионерҙарға ла 2,4 процентҡа артыуы көтөлә.
1 ғинуарҙан шулай уҡ ауылда йәшәүсе ауыл хужалығында 30 йыл хеҙмәт стажына эйә булған эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсияларына билдәләнгән түләүҙәр күләменә 25 процент өҫтәлмә индереләсәк.
Әсәлек капиталына килгәндә, 2018 йылдың 11 айында Пенсия фонды идаралығы Әсәлек капиталына 158 сертификат биреп, 200 ғаиләгә дөйөм 85,2 миллион һумлыҡ суммаға аҡсаларын тотоноуға ҡарар ғаризаларын ҡәнәғәтләндерҙе. Әсәлек капиталының йәнә яңы йүнәлештәренең береһе – килеме түбән булған ғаиләләргә ай һайын түләүҙәр. Уны алыу хоҡуғына икенсе балаһы йыл башында тыуып, ғаиләлә йән башына килем күләмен эшкә һәләтлеләргә иҫәпләгәндә 1,5 йәшәү кимәленән артмаған ғаиләләр эйә булды.
2018 йылдан Пенсия фонды ике федераль: Инвалидтарҙың федераль реестры (ФРИ - артабан - авт.) һәм Берҙәм дәүләт социаль тәьмин итеү мәғлүмәт системаһы (ЕГИССО) проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итте. Йыл һуҙымында Инвалидтарҙың федераль реестры нигеҙендә инвалидтарға пенсия тәғәйенләү бу-йынса пилот проекты уҙғарылды. Был проект сиктәрендә Пенсия фонды идаралығының инвалидтар тураһындағы үҙ мәғлүмәттәренә ярашлы пенсия тәғәйенләүҙәре 82 процент тәшкил итте. Киләһе йылда инвалидтар өсөн льготалы һалымдар буйынса Федераль һалым хеҙмәттәрен күрһәткәндә ФРИ мәғлүмәттәрен файҙаланыу планлаштырыла. ФРИ һәм ЕГИССО бөтөн кимәлдәге бюджеттан дәүләт социаль ярҙамы алыусы бөтә категория граждандарға ла социаль льготалар комплексын билдәләргә мөмкинлек бирә.
2019 йылдың 1 ғинуарынан пенсия йәшенә үҙгәрештәр индерелеп, ирҙәр өсөн ул – 65, ҡатын-ҡыҙҙарға 60 йәш кимәлендә билдәләнә. Пенсия йәшен күтәреү 1 ғинуарҙан башланып, әкренләп 10 йылға һуҙылып, 2028 йылда тамамланасаҡ. Пенсияға алдан сығыу хоҡуғына эйә булған зарарлы һәм хәүефле шарттарҙа эшләүселәргә үҙгәрештәр ҡағылмай. Шулай уҡ 2 йыл алда пенсияға сығыу хоҡуғы 37 йыл хеҙмәт стажына эйә ҡатын-ҡыҙҙарға, 42 йыл хеҙмәт стажлы ирҙәргә биреләсәк. 3 йәки 4 бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ярашлы рәүештә өс һәм дүрт йылға алдараҡ пенсияға сығыу мөмкин буласаҡ.
Хеҙмәттәр күрһәтеү һәм граждандарҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү йәһәтенән Пенсия фонды йылдың-йылы дәүләт хеҙмәттәрен сағыштырмаса ҡыҫҡа срокта һәм уларҙы күрһәтеү ысулдарын киңәйтеүгә ынтылып эш итә. Күп йәһәттән быға ПФР мәғлүмәт системаһы үҫеше һәм шәхси электрон кабинеттар аша хеҙмәтләндереү иҫәбенә өлгәшергә мөмкин булды. ПФР электрон сервисы Пенсия фонды сайтында һәм Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғына түгел, бөгөн киң билдәле iOS һәм Android платформаларында эшләгән смартфондар өсөн ПФР ҡушымтаһында (приложение) ла асыҡ.
Беҙҙең идаралыҡта үҙ эшенә яуаплы ҡараған, клиенттар менән һәйбәт мөғәмәләлә булған белгестәр эшләй. Байрам уңайынан оҙаҡ йылдар Пенсия фондында эшләп, клиенттар һәм коллегалары араһында ихтирам яулаған хеҙмәткәрҙәребеҙ – 20 йыл хеҙмәт стажына эйә булғандарҙан Елена Анатольевна Хренова, Лариса Александровна Бойнукалын, Татьяна Сергеевна Новикова, Рида Фәнис ҡыҙы Фәйзуллина, Владимир Николаевич Дашковты билдәләп үтергә кәрәк.
Барлыҡ хеҙмәттәштәремде һәм хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ һәм етеп килгән Яңы 2019 йыл уңайынан ихлас ҡотлап, еңел булмаған һәм яуаплы эшебеҙҙә уңыштар, һаулыҡ, именлек, бәхет теләйем.