+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
“Сүп-сар реформаһы”
4 Ғинуар 2019, 12:13

Ғәмле, сәмле авторыбыҙ

“Табын” гәзитен уҡымлыраҡ, йөкмәткеһен байыраҡ, таралыу даирәһен киңерәк итергә булышлыҡ итеүсе ауыл хәбәрселәренең күплеге менән бай гәзитебеҙ. Улар араһында арҙаҡлы ауыл хәбәрсеһе Нәжметдин Аллаяр улы Фәрхшатов исемендәге премия лауреатын билдәләү – хәбәрселәр хеҙмәтенә иң ҙур баһа.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса гәзит мөхәрририәте Н.Фәрхшатов исемендәге премияға Бурлы ауылынан Вәсимә Мөхәрмәтова лайыҡ тип тапты!

Оҙаҡ йылдар Бурлы мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Вәсимә Мөхәрмәтованың матбуғат менән дуҫлығы бала саҡтан килә. Миәкә районы Баязит ауылы ҡыҙының тәүге шиғыры 4-се класта уҡыған сағында “Башҡортостан пионеры” гәзитендә донъя күрә. Әҙәбиәткә ғашиҡ ҡыҙ урта мәктәптән һуң Өфө ҡалаһында бер аҙ эшләп алғас, китапхана техникумына уҡырға инә. Уны тамамлап, йүнәлтмә буйынса Бурлы урта мәктәбенә китапханасы булып эшкә килә. Бер аҙҙан мәктәптә татар теле һәм әҙәбиәтен уҡыта башлай, ситтән тороп БДУ-ның татар-рус филологияһы факультетын тамамлай. Мөғәллимә уҡыусыларында ла нәфис һүҙгә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләргә, туған тел сафлығын һаҡларға тырыша, улар менән “Йәш хәбәрсе” түңәрәгендә, “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһендә әүҙем ҡатнашалар. Вәсимә Ибраһим ҡыҙы ғәмле, сәмле кеше. “Ниңә ауылыбыҙҙың уңған кешеләре, матур ваҡиғалар, һәйбәт күренештәр хаҡында башҡаларға ла һөйләмәҫкә?” - тигән уй менән матбуғатҡа мәҡәләләр ебәрә башлай. Уҙған 2018 йылда Вәсимә Ибраһим ҡыҙы айырыуса әүҙем яҙышты. Бурлы ауылында ҙурлап үткәрелгән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ҡарата тарихҡа байҡау, күренекле бурлылар менән райондаштарыбыҙ тап уның мәҡәләләре аша танышты.

“Табын”дың 2018 йыл лауреатын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Артабан да ижади дуҫлыҡ дауам итер тип ышанабыҙ.
Читайте нас: