-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
“Сүп-сар реформаһы”
4 Ғинуар 2019, 12:05

Уңышлы булһын яңы йыл!

Бына тағы бер йыл тарих битенә яҙылды. Ил Президентын, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлау, тарихта беренсе тапҡыр илебеҙҙә үткән футбол буйынса донъя чемпионаты, республикабыҙҙа яңы Башлыҡ – Радий Хәбировтың, шулай уҡ районыбыҙҙа яңы хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың эш башлауы – уҙған йылдың төп ваҡиғалары булды.

2019 йыл да мөһим ваҡиғаларға бай буласаҡ. Гәзитебеҙ менән артабан да дуҫ булһағыҙ, был хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәрҙе ваҡытында белеп барырһығыҙ.

Нисек кенә булһа ла, Эт йылын да имен-аман ғына уҙғарып ебәрҙек. “Табын” гәзите лә ил күргәнде күреп, халыҡ кисергәнде кисереп Эт йылы менән хушлашты ла, йәнә яҡты өмөттәр менән яңы йылға – Ҡабан йылына аяҡ баҫты. Бөгөн беҙҙе шуныһы һөйөндөрә: гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күпселеге “Табын”ға тоғро ҡалды, уны быйыл 2100 ғаилә алдырып уҡыясаҡ. 2 йыл инде гәзитебеҙҙе райондан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ электрон форматта алдырып, район яңылыҡтары менән танышып бара. Элекке дуҫтарыбыҙға яңылары ла өҫтәлеүе үтә лә ҡыуаныслы.

2019 йылда гәзит ниндәй буласаҡ һуң? “Табын” күптән инде үҙ йөҙөн, үҙ юлын тапҡан, артабан да ошо юлдан яҙлыҡмай барырға яҙһын. Элекке махсус сығарылыштарыбыҙ, гәзит биттәренән төшмәгән рубрикаларыбыҙ быйыл да дауам иттереләсәк. Яңылары ла булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Гәзиттең биҙәлешендә бер аҙ үҙгәрештәр көтөлә. Әлбиттә, заман талабы булараҡ, гәзиттең Интернеттағы сайтында, “Бәйләнештә”, “Класташтар” төркөмдәрендә гәзиттә сыҡҡан материалдар, фотоларҙан тыш, район, республика яңылыҡтарын, төрлө сараларҙың анонстарын һәм фотоотчеттарын һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итеп барасаҡбыҙ. Социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәргә яҙылып, дуҫтарыбыҙ һанын тағы ла арттырырға ярҙам итерһегеҙ тип уйлайбыҙ.

2019 йыл илебеҙҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Республикала Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы ҙур байрам саралары көтөлә. Йәшәйешебеҙҙәге ижтимағи-сәйәси, тарихи-мәҙәни ваҡиғалар беҙҙең баҫмала ла сағылыш тапмай ҡалмаҫ. Гәзитте тағы ла уҡымлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеүҙә һеҙҙең дә ярҙамығыҙға мохтажбыҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

Ә мин инде, баш мөхәррир булараҡ, 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзитебеҙгә яҙылған дуҫтарыбыҙға “Табын”дар исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Артабан да һеҙгә баҫмабыҙ аша яңы киңлектәр, мөмкинлектәр асылыр, тормош та йәйғор төҫтәре менән балҡыуын дауам итер. Матбуғатҡа яҙылыу – милләтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыу, баҫманың йәшәүенә үҙ өлөшөңдө индереү, йәштәрҙе ылыҡтырыу, тимәк, тәрбиәләү, тип тә ҡарарға кәрәктер. Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ, тигән девизыбыҙға эйәреп, киләсәктә лә бергә булайыҡ. Донъяларыбыҙ имен торһон, күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын.


Читайте нас: