-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
“Сүп-сар реформаһы”
18 Ғинуар 2019, 11:56

Хаҡтар кәметелде

Гәзиттә хәбәр ителеүенсә, 2019 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙ, шул иҫәптән беҙҙең республика ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнә, ә кешеләр билдәләнгән тарифтар буйынса ошо хеҙмәттәргә түләргә тейеш.

Гәзиттә хәбәр ителеүенсә, 2019 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙ, шул иҫәптән беҙҙең республика ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнә, ә кешеләр билдәләнгән тарифтар буйынса ошо хеҙмәттәргә түләргә тейеш.

БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 4 ҡала һәм 17 район, шул иҫәптән беҙҙең районды хеҙмәтләндергән “Эко-Сити” төбәк операторы ҡабул ителгән тарифтарҙан түбән хаҡтар алынасаҡ тип белдерҙе. 2019 йылдың

1 ғинуарына тиклем сүп-сар йыйыу һәм ташыу ойошторолған тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр яңы хеҙмәт өсөн 1 кеше өсөн айына 70 һум түләйәсәк. Быға тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылмағандарында был түләүҙәр 1 кешегә айына 35 һум тәшкил итә.

Яңы коммуналь хеҙмәткә ғинуар айы өсөн түләү квитанциялары 10 февралдән таратыласаҡ. Хаҡтар электр энергияһы өсөн түләү ҡағыҙҙарында йәки төбәк операторы менән килешеү төҙөгән идарасы компания квитанцияларында киләсәк.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткәргән оператив кәңәшмәнән һуң төбәк операторы тарифтарҙы яңынан ҡарап сыҡты. “Кемдер тиҙерәк аҡса йыйып ҡалырға тырыша. Законға ҡаршы килгән был хәлгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Ике тапҡыр түләүҙәр килеп сыҡмаһын өсөн, ҡаты контролгә алыуығыҙҙы һорайым”, - тигән талап ҡуйҙы рес-публика башлығы.

Бынан тыш, Радий Хәбиров ра-йон хакимиәте башлыҡтарына 2019 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ тораҡ пункттарҙы ла контейнер майҙансыҡтары менән тәьмин итергә ҡушты. Уның әйтеүенсә, республика уларҙы төҙөкләндереүгә тотонолған сығымдарҙы компенсацияларға әҙер.

Күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәүселәр, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар 2019 йылдың ғинуарынан төбәк операторы менән килешеүҙәр төҙөргә тейеш тип белдерәләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында. Килешеүҙең формаһы һәм төҙөү тәртибе төбәк операторының рәсми сайтында: http//ecocityrb.ru/ (ООО “Эко-Сити”, тел.: 8(800)700-49-00) бирелгән.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙың яңы системаһына күсеү буйынса һорауҙар менән төбәк операторы телефондарына йәки БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына 8(347)218-03-90 телефонына шылтыратырға була.


Читайте нас: