-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
“Сүп-сар реформаһы”
18 Ғинуар 2019, 12:01

Кемдәр ярҙамға хоҡуҡлы

Яңы реформа буйынса айырым категория граждандарға 2 төрлө социаль ярҙам сараһы: 1) ЕДК – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби бәрелештәр ветерандарына, инвалидтарға, инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә, радиациянан зыян күреүселәргә, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына, аҙ килемле күп балалы ғаиләләргә түләнеүсе аҡсалата айлыҡ компенсация; 2) торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнгән субсидияларҙы яңынан иҫәпләп, түләүҙәрҙе кире ҡайтарыу ҡаралған.

Яңы реформа буйынса айырым категория граждандарға 2 төрлө социаль ярҙам сараһы:

1) ЕДК – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби бәрелештәр ветерандарына, инвалидтарға, инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә, радиациянан зыян күреүселәргә, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына, аҙ килемле күп балалы ғаиләләргә түләнеүсе аҡсалата айлыҡ компенсация; 2) торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнгән субсидияларҙы яңынан иҫәпләп, түләүҙәрҙе кире ҡайтарыу ҡаралған.

Субсидиялар менән мөмкин тиклем күберәк кеше ҡуллана алһын өсөн 2019 йылдың ғинуарынан ғаиләнең дөйөм килеменең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр өсөн булған сығым күләме күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә 15 проценттан 13-кә тиклем, 70 йәштән өлкән яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙар өсөн 18-ҙән 16 процентҡа тиклем кәметелде, ҡалғандар өсөн 20 процент тәшкил итә. Миҫал өсөн: ғаиләнең дөйөм килеме айына 20 мең булһа һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр 4 меңдән (20 проценттан ашыу) артып китһә, ғаилә субсидия алырға хоҡуҡлы. Ошондай уҡ килемле ғаилә күп балалы йәки тулы булмаған ғаилә булһа, субсидия коммуналь хеҙмәттәр 2600 һумдан (13 проценттан ашыу) артыҡ булғанда түләнә.

Социаль ярҙам сараларын алыр өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәктәре филиалдарына, йәки Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: