-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
“Сүп-сар реформаһы”
22 Ғинуар 2019, 17:47

Экологик хәүефһеҙлек

2019 йылдың 1 ғинуарынан илдә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең яңы системаһы үҙ көсөнә инде. Ул тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан арындырып экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, күп һанлы санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү, яңыларының барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау, сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм икенсел эшкәртеү ифраструктураһын үҫтереү маҡсатында алып барыла.

Мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының ни бары 9 проценты ғына икенсе тапҡыр файҙаланыла. Ә 90 проценты тирә-яҡты ҡотһоҙлап, йәмһеҙләп ята. Йылына йәмғеһе 40 млн тонна самаһы көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыла. Уның 1,5 – 2 млн тоннаһын һаулыҡҡа ғына түгел, ғүмеребеҙгә лә хәүеф тыуҙырған полимер һауыттар тәшкил итә. Белгестәр әйтеүенсә, синтетик һауыттарҙы даими ҡулланыу иммунитетты һәм кешеләрҙең һаулығын ҡаҡшата. Тап шуға ла бөгөн ғалимдарҙың саң һуғыуы аңлашыла – был юҫыҡта бер сара ла күрмәһәк, химик ҡалдыҡтарҙың көнләп үҫеүе тәбиғәттең үтә бысраныуына һәм кешелектең һәләк булыуына килтереүе ихтимал. Йәнә “файҙалы ҡалдыҡтар” тигән төшөнсә лә йәшәй. Уларға пластик, ҡағыҙ, ҡатырға, алюмин һәм быяла һауыттар инә. Белгестәр быларҙың барыһын да эшкәртеп, ҡабаттан файҙаланырға мөмкин булыуын раҫлай. Шуға ла төбәк операторҙары ҡалдыҡтарҙы йыйып, айырып икенсел эшкәртеү менән дә шөғөлләнә.

Әйткәндәй, донъяла ҡалдыҡтарҙы юҡ итеүҙең өс төрө бар – яндырыу, ергә күмеү, ҡабаттан эшкәртеү. Үртәү, әлбиттә, ҡыйбатҡа төшә, сөнки үҫешкән бер илдә лә ҡалдыҡтарҙы айырмайынса яҡмайҙар. Икенсенән, көнкүреш ҡалдыҡтарының өстән ике өлөшөн бөтөнләй үртәргә ярамай. Европа тикшереүселәре билдәләүенсә, сүп яндырған заводтар эргәһендә йәшәгәндәрҙең үпкә рагы норманан 3,5 тапҡырға күберәк күҙәтелгән. Ғәрип тыуған балаларҙың да саманан тыш күп булыуы теркәлгән.

Бөтә донъяла ҡалдыҡтар менән эшләү табышлы шөғөл. Мәҫәлән, һуңғы 15 йылда АҠШ-та 78 заводты япҡандар. Уларҙың урынына көнкүреш ҡалдыҡтарын тулыһынса ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү технологиялары барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, илдә ошондай ресурстарҙан милли табыштың 20 проценты самаһы йыйыла. Совет осоронда беҙҙә лә иҫке ҡағыҙҙарҙы, быяла һауыттарҙы йыйыуға етди иғтибар бирелһә, ил тарҡалыу менән был шөғөл юҡҡа сыҡты тиерлек. Хәҙер тап ошо йүнәлештә эшләү йәһәтенән федераль закондар ҡабул ителде. Әлбиттә, тәүге һөҙөмтәләр бар. 2017 йылдан төҫлө һәм ҡара металл кеүек икенсел ресурстарҙы ергә күмеү тыйыла.

Быйыл был исемлеккә йәнә ҡағыҙ, термопластика, полиэтилен өҫтәлде. Әлегә уларҙы йыйыу системаһы көйләнә.

Сүп-сарҙы айырып йыйыу бу-йынса сит илдәрҙең тәжрибәһе өйрәнелгән. Мәҫәлән, Германияла халыҡтың сүпте айырым йыйыуҙың мөһимлеген аңлауы өсөн тиҫтә йылдар үткән һәм бөгөн бындағы эш алымына һоҡланмау мөмкин түгел. Закон һәм тейешле хоҡуҡи акттарҙың ҡабул ителеүе – ҙур эштең башланғысы ғына. Был эшкә райондар, ҡалалар һәм барлыҡ республика халҡының әүҙем ҡушылыуы кәрәк. Йәшәгән еребеҙҙең матурлығы, һау-сәләмәт киләсәк быуын тәрбиәләү барыбыҙ өсөн дә мөһим бит.
Читайте нас: