-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
“Сүп-сар реформаһы”
22 Ғинуар 2019, 11:35

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалмаясаҡ

- Беҙҙең Үрге Ташбүкән ауылында сүп-сар йыйыу өсөн контейнер ҡуйылмаясаҡ, тиҙәр. Ауылда йәшәүсе 24 кеше (улар араһында оло йәштәгеләр күберәк) 1,5 – 2 км ара үтеп сүп-сарҙарын контейнер урынлаштырыласаҡ Түбәнге Ташбүкәнгә алып барып ташларға һәм өҫтәүенә шуның өсөн түләргә тейеш буламы?

Яңы йылдан башланған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы халыҡ араһында күп һорауҙар тыуҙырҙы. Үрге Ташбүкән ауылында йәшәүсе Әминә Мөхәмәтйәнова республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың "Бәйләнеш"тәге сәхифәһенә ошондай һорау менән мөрәжәғәт иткәйне.

- Беҙҙең Үрге Ташбүкән ауылында сүп-сар йыйыу өсөн контейнер ҡуйылмаясаҡ, тиҙәр. Ауылда йәшәүсе 24 кеше (улар араһында оло йәштәгеләр күберәк) 1,5 – 2 км ара үтеп сүп-сарҙарын контейнер урынлаштырыласаҡ Түбәнге Ташбүкәнгә алып барып ташларға һәм өҫтәүенә шуның өсөн түләргә тейеш буламы?

  1. Был һорауға район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов:

“Ҡаты ҡалдыҡтар йыйыу өсөн контейнерҙар, нисә кеше йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр ауылда ҡуйыласаҡ. Түбәнге Ташбүкән ауылында ла 2019 йылдың 11 ғинуарында халыҡты йыйып һөйләшкәндән һуң сүп-сар йыйыу урыны билдәләнде,” – тип яуап бирҙе.

Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Гөлназ Азимова әйтеүенсә, 9 ғинуарҙа сүп-сар йыйыу урыны уратып алына торған күсереп йөрөтмәле ҡойма эшләнгән.
26 ғинуарҙа төбәк операторының сүп-сар йыйыу машинаһы килеп ҡалдыҡтарҙы алып китәсәк. Был турала халыҡ алдан иҫкәртелә.

Уҙған йылдың октябрь айынан башлап социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировҡа 60 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары уларға 3 сәғәттән алып 1 аҙна ваҡыт эсендә яуап бирергә тейеш. Проблема хәл ителгәс, компьютер программаһы уны контролдән алып ташлай. Ғафури район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм консультация биреү үҙәге етәксеһе Гөлназ Мирхәйҙәрова әйтеүенсә, беҙҙең район буйынса мөрәжәғәттәр октябрь айы менән сағыштырғанда

3 тапҡырға кәмегән.


Читайте нас: