+17 °С
Облачно
Антитеррор
“Сүп-сар реформаһы”
22 Января 2019, 09:23

Һәр кем яуаплы

16 ғинуарҙа беҙҙең Игенселәр ауылында бығаса булмаған сүп-сар йыйыу майҙансығы эшләнде. Ул санитар нормаларға ярашлы,2 м бейеклектәге тимер сетка менән уратып алынды.

Хәҙер ауыл халҡы сүп-сарын тирә-яҡ тәбиғәтте бысратып сүплеккә түкмәй йәки һауаны бысратып утта яндырмаясаҡ, ә ошонда килтереп һаласаҡ. Эсәр һыуыбыҙ таҙа, һулар һауабыҙ саф булһын өсөн үҙебеҙҙең тәртипле, яуаплы булыуыбыҙ кәрәк.

Сүп-сар йыйыу майҙансығын төҙөкләндереүҙе ойошторған Үтәк ауыл хакимиәтенә ауыл халҡы исеменән рәхмәт әйтәбеҙ.


Читайте нас