-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
“Сүп-сар реформаһы”
1 Февраль 2019, 13:28

Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу

Билдәле булыуынса, йыл башынан илебеҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте.

Был эш ҡалдыҡтар менән заманса, экологик яҡтан хәүефһеҙ эш итеү системаһын төҙөүгә, законһыҙ сүплектәрҙе юҡҡа сығарыуға һәм яңыларының барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Шулай уҡ яңы реформа сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм эшкәртеү буйынса үҫешкән инфраструктура булдырыуға ла булышлыҡ итергә тейеш. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнә, ә халыҡ билдәләнгән тарифтарға ярашлы, был хеҙмәттәр өсөн аҡса түләйәсәк.

Әлегә халыҡ ҡалдыҡтарҙы тоҡтарға һалып, сүп-сар йыйыу майҙансыҡтарына
йәки контейнерҙарға һала. Беҙҙең районды хеҙмәтләндергән "Эко-Сити"
төбәк операторы әйтеүенсә, ташылған сүп-сарҙы айырыу менән Ишембайҙағы
предприятие шөғөлләнә. Сит илдәрҙә ҡалдыҡтарҙы кешеләр үҙҙәре үк төрлө
айырым ҡапсыҡтарға һалып йыйып бара. Был эште күпкә еңеләйтә, әлбиттә.
Киләсәктә беҙҙә лә төрлө ҡалдыҡтарға айырым контейнерҙар ҡуйылыр тип
көтөлә. Әлегә төбәк операторы матбуғат секретары Олеся Арамелева ҡоро
ҡалдыҡтарҙы һыуланып, боҙолоп, серей торғандары менән бер ҡапсыҡҡа
һалмаҫҡа кәңәш итә.
Читайте нас: