Беҙҙең районда ла был йәһәттән күп эштәр башҡарыла: ауылдарҙа сүп-сар йыйыу өсөн майҙансыҡтар эшләнә, Таганрог ҡалаһынан 8 кубометрлы контейнерҙар ҡайтарыла, санкцияланмаған сүплектәр бөтөрөлә. Ошо эштәрҙе тәүгеләрҙән булып Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башланы. Ауыл хакимиәте башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова әйтеүенсә, биләмәләге 11 ауылдың туғыҙында ҡаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу майҙансыҡтары эшләнеп, Еҙем-Ҡаран, Үзбәк, Ибраһим ауылдарында 8 кубометрлы 3 контейнер урынлаштырылған. 11 ауылдағы 42 урамға икешәрҙән ҡуйыр өсөн тағы ла 1,5 кубометрлы 84 контейнерға заказ бирелгән. Ауыл халҡы сүп-сарын майҙансыҡтарға һала башлаған да инде. “Эко-Сити” төбәк операторы билдәләнгән график буйынса 21 ғинуарҙа килеп сүп-сарҙы алып киткән. Башҡа айҙарҙағы көндәр ҙә халыҡҡа еткерелгән, иғландар эленгән.
Бөгөнгө көнгә биләмәләге 10 сүплектең 8-ен Красноусолдағы сүп-сар полигонына ташығандар (һүрәттә). Бының өсөн 6 “КамАЗ” машинаһы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан экскаватор-тейәгес йәлеп ителгән. Эште 2 аҙнала тамамлап сыҡҡан тырыш водителдәр: Динар һәм Илшат Әхмәҙуллиндар, Азат Рәхимов, Динар Вәлиев, Айрат Ибәтуллин, Салауат Асҡаров һәм тракторсы Алексей Асурковҡа рәхмәтлебеҙ, ти биләмә башлығы. Ҡалған 2 ҙур сүплектең ер ҡарҙан әрселгәс бөтөрөләсәген дә белдерҙе Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы.
Сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса атҡараһы эштәр күп әле. Ауыл
биләмәләре етәкселегенең халыҡ менән уртаҡ фекерҙә булыуы был мөһим
мәсьәләне ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ.