-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Төбәк операторы яуап бирә

Февраль айында район халҡына яңы коммуналь хеҙмәт - ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн квитанциялар таратыла башланы. Ҡайһы бер түләү ҡағыҙҙарында ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәттәр бар, шул арҡала хаҡтар ҙа юғары күрһәтелгән. Был осраҡта түләүҙе ҡабаттан иҫәпләтеү өсөн төбәк операторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беҙҙең район “Эко-Сити” операторы хеҙмәтләндергән зонаға ҡарай. Был ойошманың матбуғат хеҙмәте халыҡты борсоған ҡайһы бер һорауҙарға яуаптар бирҙе.

1. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыуға килешеү нисек һәм ҡайҙа төҙөлә? Ниндәй документтар кәрәк?

- 1 ғинуарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡты йыйыу, сығарыу, эшкәртеү һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү кеүек үк яңы коммуналь хеҙмәт булып тора. «Эко-Сити» төбәк операторы менән хеҙмәт күрһәтеүгә килешеүҙе 3-сө хеҙмәтләндереү зонаһындағы бөтә кешеләр ҙә төҙөргә тейеш. Уның проекты компанияның www.roecocity.ru, ҡала һәм район хакимиәттәре сайттарында урынлаштырылған. Документты энергия һатыу компанияһы офистарында ла юллап була. Күп фатирлы йорттарҙа килешеүҙәр идара итеүсе компаниялар менән төҙөлә.

2. Ҡаты ҡалдыҡ өсөн түләү нисек иҫәпләнә?

- Түләү фатирҙа йәки йортта йәшәүсе һәр кешегә төбәк власть органы раҫлаған тариф буйынса иҫәпләнә. Сүп-сар даими сығарылған ерҙәрҙә (мәҫәлән, Красноусолда) был хеҙмәткә 70 һум, быға тиклем сығарылмаған тораҡ пункттарҙа 35 һум алына. РФ-тың Торлаҡ кодексына ярашлы, ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу хеҙмәте өсөн кеше ваҡытында түләргә тейеш. Бурыс барлыҡҡа килгән осраҡта төбәк операторы судҡа бирергә хоҡуҡлы.

3. Кешенең ике фатиры йәки йорто булып, уның һүҙҙәре бу-йынса, берәүһе бөтөнләй файҙаланылмай, ти. Ул икенсе адрес буйынса ла түләргә тейешме?

- Эйе. Торлаҡ кодексына ярашлы, бер нисә милек хужаһы булған кеше үҙе йәшәгән урын буйынса ғына түгел, барлыҡ адрестары буйынса коммуналь хеҙмәттәргә түләргә бурыслы.

4. Милекселәр, фатирҙа пропискала булған кешеләр тураһындағы мәғлүмәт ҡайҙан алына? Квитанцияла кеше иҫәбе дөрөҫ бирелмәһә нимә эшләргә?

- Төбәк операторҙары федераль ҡануниәткә нигеҙләнеп ҡулланыусылар тураһындағы мәғлүмәтте милек, юридик шәхес реестрынан һәм башҡа асыҡ мәғлүмәттәрҙән алырға мөмкин. Квитанцияларҙа етешһеҙлектәр асыҡланһа, мәҫәлән, торлаҡта күберәк кеше йәшәй тип бирелгән икән, төбәк операторы дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе еткереүҙе һорай. Шул саҡ квитанциялар төҙәтелеп, түләү ҙә ҡабаттан иҫәпләнәсәк. Бының өсөн торлаҡ милексеһе паспортын, идара итеүсе компаниянан йәки ауыл хакимиәтенән алынған ғаилә составы тураһындағы белешмәне фотоға төшөрөп йәки сканер аша үткәреп, үҙегеҙҙең адресығыҙҙы, исем-шәрифтәрегеҙҙе һәм квитанцияла нимәне төҙәтергә кәрәклеген билдәләп, [email protected] электрон почтаға ебәрегеҙ. Әгәр электрон почта аша ебәреү мөмкинлеге юҡ икән, ошо уҡ документтарҙың күсермәләрен почта аша 453124, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 18-се йорт, 4-6 кабинет адресы буйынса ебәрегеҙ. Тағы ла бер ысул – энергия һатыу компанияһы офисына (Красноусол ауылы, Көнбайыш урамы, 1) мөрәжәғәт итеү. Бер адресҡа ике түләү квитанцияһы килгән осраҡта ла, ошо уҡ юл менән хәбәр итергә. Ә түләүҙе тик бер квитанция буйынса ғына башҡарығыҙ.

5. Балам икенсе ҡалала йәшәй, ирем йыш ҡына бер нисә айға вахтаға китә. Йәйен башлыса дачала йәшәйбеҙ. Был осраҡтарҙа түләүҙе кәметеп буламы?

- Коммуналь хеҙмәттәр, шул иҫәптән ҡаты ҡалдыҡтар өсөн түләүҙе ҡабаттан иҫәпләү РФ Хөкүмәтенең 354-се ҡарары менән раҫланған. Әгәр милексе йә иһә торлаҡта теркәлгән башҡа кеше унда күпмелер ваҡыт йәшәмәй икән, ул төбәк операторына (энергия һатыу компанияһына ла ярай) йәки идара итеүсе ойошмаға ғариза һәм уның ситтә булыуы тураһында документтарҙы тапшырырға тейеш: командировкаға ебәреү тураһындағы бойороҡ йәки юл йөрөү билеттары күсермәләре, стационар медицина, шифахана-курорт учреждениеларында дауаланыу тураһында белешмә, баланың ваҡытлыса мәктәп-интернат, уҡыу йорто һәм башҡа учреждениела тәүлек әйләнәһенә йәшәүе хаҡында белешмә, ғөмүмән, кешенең оҙайлы ваҡытҡа йәшәү урынынан китеүен раҫлаусы документтар.

6. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүҙә кемдәр льготаға хоҡуҡлы? Уны нисек юлларға?

- Башҡортостанда граждандарға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә киткән сығымдарын компенсациялауҙың ике төрө бар. Беренсеһе - ул айлыҡ аҡсалата компенсация, икенсеһе - субсидия. Айлыҡ аҡсалата компенсация Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәт ветерандары, инвалидтарға, инвалид бала ҡараусы ғаиләләргә, радиация йоғонтоһона дусар булған граждандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә, хеҙмәт ветерандарына, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә ҡаралған. Әгәр граждандың коммуналь хеҙмәттәргә киткән сығымдары ғаилә килеменең ошо хеҙмәттәргә билдәләнгән сығымдар өлөшөнән артып китә икән, ул субсидия юллай ала. Күп балалы һәм тулы булмаған ғаилә өсөн был сумма - 15, яңғыҙ пенсионерҙар өсөн - 18, башҡа граждандар өсөн 20% тәшкил итә.

Айлыҡ аҡсалата компенсация йәки субсидия алыусыларға бер ҡайҙа ла
мөрәжәғәт итеү талап ителмәй. Февралдә барлыҡҡа килгән яңы сығымдарҙан
һуң уларҙың компенсациялары автоматик рәүештә ҡабаттан иҫәпләнә. Ә инде
субсидия йәки компенсация юлларға уйлаһағыҙ, йәшәгән урынығыҙ буйынса
халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалына йә иһә күп функциялы үҙәккә
мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: