+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Декабрь 2016, 17:23

Буласаҡ эшҡыуарҙар өсөн

Яңы быуын эшҡыуарҙар тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған "Һин - эшҡыуар” тип аталған программаны бойомға ашырыу йөҙөнән 15 декабрҙә 12.00 сәғәттән башлап 16 декабрҙең 22.00 сәғәтенә тик-лем үҙ эшенде асыу буйынса онлайн-уйын үткәрелә.

Унда 14 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәш кешеләр ҡатнаша. Улар уйын барышында үҙҙәрен виртуаль рәүештә эшҡыуар ролендә һынап ҡарап, бәләкәй бизнес асыуҙың һәм уға идара итеүҙең төп мәлдәре хаҡында белә аласаҡ.
Уйында ҡатнашыу өсөн юғарыла күрһәтелгән ваҡыт арауығында http://bash.goquest.online һылтанмаһы аша үтергә кәрәк. (Һылтанма онлайн-уйын башланған мәлдән – 15 декабрҙең 12.00 сәғәтенән әүҙем). Онлайн-уйында ҡатнашыуыңды
14 декабрь 16.00 сәғәткә тиклем 8(34740)2-12-96, 8-965-642-83-92 телефондарына шылтыратып, йәки [email protected] электрон адресына яҙып раҫларға кәрәк. Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: