Йыйынтыҡтың исеме шулай аталһа ла, йырҙарҙан ғына тормай был китапсыҡ. Шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары тупланған. "Тыуған яғым - алтын бишек”, "Бағышлауҙар”, "Мөхәббәт”, "Тормош күренештәре”, "Рәхмәтлемен яҡындарыма", "Йырҙар” бүлектәренән тора китап. Үҙнәшер юлы менән Ғафури мәғлүмәт үҙәгендә әҙерләнеп баҫтырылған китап шағирҙың үҙаллы тәүге ижад емеше. Быға тиклем ”Мағаш тауышы” исемле коллектив йыйынтыҡта ла уның шиғырҙары урын алған ине. 75 йәшен билдәләргә йыйынған башҡорт рухлы ир-уҙаманға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.