+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Декабрь 2016, 17:24

Йыл эшҡыуары конкурсы еңеүсеһе

8 декабрҙә Өфөлә "Йыл эшҡыуары” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризмбуйынса Дәүләт комитеты ярҙамы менән үткәрелә.

2005 йылдан алып уҙғарыла килгән конкурстың быйылғыһында республиканың төрлө ҡала-райондарынан ҡатнашырға теләк белдереп 100-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Конкурста еңеүгә дәғүә итеүселәр 10 төп номинация буйынса һайлап алынды, ә уларҙың һәр ҡайһыһында 3-әр номинант билдәләнде. Иң яҡшылары тип табылғандар "Йыл эшҡыуары-2016” исеменә лайыҡ булдылар. Шулай уҡ был исемдең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына шәхси бизнесты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн бирелеүе билдәләп үтелде.

Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең райондан "Восход–СТ” ЯСЙ-е Агропредприятиеһының генераль директоры Руслан Зәки улы Бакиров та бар. Ул "Ауыл хажалығы өлкәһендә йыл эшҡыуары” номинацияһында еңеүсе.

Еңеүселәргә бүләктәрҙе республиканың абруйлы шәхестәре тапшырҙы. Улар араһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажитдинов, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләзетдинов, БР Эшҡыуарҙар ойошмалары Ассоциацияһы советы рәйесе Алексей Щербацкий һәм башҡалар бар.

Руслан Бакировты еңеүе менән ҡотлап, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ:

- Әлбиттә, мин еңеүебеҙ өсөн бик шатмын. Ысынын ғына әйткәндә, бындай һөҙөмтә көтмәгәйнем дә, сөнки беҙҙең аграр предприятие башҡа номинанттар араһында сағыштырмаса йәш. Ә конкурсҡа килгәндә, был сараның бик мөһим икәнлеген билдәләргә кәрәк, сөнки ул тағы ла һөҙөмтәлерәк эшмәкәрлеккә дәртләндерә. Ә еңеүселәр ошондай иҡтисади күрһәткестәрҙән сығып билдәләнде: һәр бер эшсенең эш хаҡы күләме, предприятие алған табыш һәм уның рентабеллелеге. Әммә ирешелгәндәр сик түгел, тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләргә барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Аграр тармаҡтағы башҡа коллегаларҙы ла тап ошо юлды һайларға саҡырам, бынан отасаҡбыҙ ғына, - тине Руслан Зәки улы.

Р. Бакировты лайыҡлы еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Читайте нас: