+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Октябрь 2017, 17:01

Үҙенсәлекле һөнәргә өйрәтеү оҫтаһы

Нина Яковлевна Калашникованы күптәр “Красноусол” шифаханаһының технологы тип белә. Ул беҙҙең районға 1974 йылда техникум тамамлағас, йүнәлтмә буйынса эшкә килә. Белгесте ул замандарҙағы ҡеүәтле йәмәғәт туҡланыуы селтәре менән икмәк бешереү комбинаты булған, подразделениелары районыбыҙҙың һәр бер урманлы төбәгендә эшләп килгән ОРС-ҡа технолог итеп тәғәйенләйҙәр. Бындағы эшселәрҙе туҡланыу һәм икмәк-ҡалас изделие-лары менән тәьмин итеү, дөрөҫөрәге, бешереү һәм әҙерләү технологияһына тап ул яуаплы була.

Нина Калашникова яратҡан һөнәре серҙәренә, оҫталыҡҡа уҡыусыларын ихлас өйрәтә.
Нина Калашникова яратҡан һөнәре серҙәренә, оҫталыҡҡа уҡыусыларын ихлас өйрәтә.
Нина Яковлевна Калашникованы күптәр “Красноусол” шифаханаһының технологы тип белә. Ул беҙҙең районға 1974 йылда техникум тамамлағас, йүнәлтмә буйынса эшкә килә. Белгесте ул замандарҙағы ҡеүәтле йәмәғәт туҡланыуы селтәре менән икмәк бешереү комбинаты булған, подразделениелары районыбыҙҙың һәр бер урманлы төбәгендә эшләп килгән ОРС-ҡа технолог итеп тәғәйенләйҙәр. Бындағы эшселәрҙе туҡланыу һәм икмәк-ҡалас изделие-лары менән тәьмин итеү, дөрөҫөрәге, бешереү һәм әҙерләү технологияһына тап ул яуаплы була.

Тәүге хеҙмәт юлын башлап, был предприятиеға 23 йыл ғүмерен бағышлаған, ул тарҡалғас, ҙур тәжрибә туплап, үҙ һөнәренең оҫтаһына әйләнгән Нина Яковлевна артабан шифаханала туҡланыу буйынса технолог булып яратҡан эшен дауам итә. Бында эшләгән йылдарҙа уның оҫта ҡулдары ысын мәғәнәһендә “мөғжизәләр” тыуҙыра ла инде. Тап ошондай хеҙмәте өсөн 2008 йылда Башҡортостан Республикаһы Кулинарҙар ассоциацияһының “Мастер-ашнаҡсы” тигән исеменә лайыҡ була. Ә шифахананың 80 йыллығы уңайынан уҙған тантаналы сарала Н.Калашникова “Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнә. Кем өсөндөр ашнаҡсы ябай эш булһа, Нина Яковлевна өсөн ул ысын сәнғәт. Шуға ла ашнаҡсы өсөн табынға тәҡдим ителеүсе ризыҡтың һәм блюдоларҙың тәме генә түгел, биҙәлеше, бер-береһе менән ярашып композиция барлыҡҡа килтереүе ҙур әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләй һәм биҙәү – үҙе бер сәнғәт ул, ти.

Шифаханала 16 йыл эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған үҙ һөнәренең оҫтаһын 130-сы һөнәрселек училищеһына (хәҙер Ауырғазы күп профилле колледжының Крас-ноусол филиалы) саҡыралар. Дүртенсе йыл инде ашнаҡсы-кондитерға уҡыусы йәнә бер төркөмдө (24 студент) был һөнәр серҙәренә төшөндөрөп, арымай-талмай эшләй. Әлбиттә, хәҙерге заманда кухня техникаһы ла ҡатмарлы, ризыҡты әҙерләү технологияһы ла ябайҙан түгел. Уҡыусылар 2 йыл да 5 ай уҡыу арауығында бер меңгә яҡын ризыҡ-блюдо әҙерләргә өйрәнә. Производствоға өйрәтеү мастеры өс төркөмдө уҡытып сығарған да инде, дипломлы ашнаҡсы-кондитер һөнәре эйәләре үҙҙәрен оҫталыҡҡа өйрәткән остаздарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, уңышлы эшләп йөрөйҙәр.

Тыуған ерҙән төшкән ер яҡын, тиҙәр халыҡта. Нина Яковлевна ла Красноусолда хәҙер күптән үҙ кеше. Ғүмер юлдашын да бында осрата, Борис Николаевич Калашников менән 41 йыл инде иңгә-иң терәшеп, матур итеп донъя көтәләр. Үҙ көстәре менән ҙур, иркен йорт һалып ингәндәр. Калашниковтар ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Улдары Александр – 36 йәштә, мәктәпте алтын миҙалға, артабан Стәрлетамаҡ

пединститутын ҡыҙыл дипломға тамамлап, уҡыуын аспирантурала дауам иткән. Ҡатыны менән ике ул үҫтерә, Стәрлетамаҡта эшләй һәм йәшәй. Ҡыҙҙары Ольга Стәрлетамаҡ медицина училищеһында фельдшерлыҡҡа уҡып, һөнәре буйынса ҡаланың 3-сө һанлы дауаханаһының бала табыу бүлексәһендә эшләгән. Әле ҡыҙы менән декрет ялында. Ул да бында, ағаһы янында төпләнгән.

-Блюдоларҙы тәмле итеп әҙерләү генә етмәй, уны биҙәүгә лә ҙур иғтибар бирергә кәрәклеген, йәнә биҙәгәндә төҫтәре лә тап килергә тейешлеген студенттарҙың аңына һеңдерергә тырышам, - ти Н.Я.Калашникова. – Уҡыусыларым араһында был һөнәрҙең нескәлектәренә ҙур теләк менән төшөнөргә, өйрәнергә тырышып торғандары бар, улар менән эшләүе лә еңел. Практика ваҡытында ла, диплом алғас та улар менән бәйләнеште өҙмәйем. Район үҙәгендәге дөйөм туҡланыу учреждениелары, йәғни кафелар, мәҫәлән “Встреча” (директоры Т.В.Отмахова), район мәҙәниәт һарайындағы (Г.В.Ҡаҙаҡҡолова) кафе, Фоминдарҙың икмәкханаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, тап уларҙа беҙҙең сығарылыш уҡыусылары эш таба ла инде. Уҡыусыларыма ла өйрәнеп бөттөм инде, минең өсөн яңы булған эшмәкәрлеккә тотоноуым,

бер яҡтан һәйбәт тә, кемгәлер белгәндәремде өйрәтеүем менән бәхетлемен. Шуға ла был һөнәрҙең бик кәрәкле булыуын аңлап, эшкә ҙур ҡәнәғәтлек менән ашҡынып киләм. Был үҙенсәлекле, ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла булған һөнәргә уҡырға егеттәр күберәк килһен ине, - тигән теләктә ҡалды мастер.


Читайте нас: