+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Октябрь 2017, 12:52

Автобустар йөрөп торһон

Йылдың-йылы октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә автотранспорт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Районыбыҙ кешеләренең күпселек өлөшө йәмәғәт транспорты менән файҙалана. Халыҡты хеҙмәтләндереүҙең был өлкәһендә эшләүсе БР “Башавтотранс” ДУП-ының 40 кешене берләштергән Красноусол автотранспорт предприятиеһы филиалы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Ошо хаҡта һөйләүен һорап предприя-тие директоры Анатолий Иванович ГРЕБНЕВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

Фәтих Зәйнетдинов.
Фәтих Зәйнетдинов.
Йылдың-йылы октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә автотранспорт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Районыбыҙ кешеләренең күпселек өлөшө йәмәғәт транспорты менән файҙалана. Халыҡты хеҙмәтләндереүҙең был өлкәһендә эшләүсе БР “Башавтотранс” ДУП-ының 40 кешене берләштергән Красноусол автотранспорт предприятиеһы филиалы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Ошо хаҡта һөйләүен һорап предприя-

тие директоры Анатолий Иванович ГРЕБНЕВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

-Башта шуны әйтеп китергә кәрәк, быйыл ғинуар айын-да Красноусол АТП-һы барлыҡҡа килеүгә 30 йыл тулды. Һәм, әлбиттә, предприятие эшселәре был иҫтәлекле датаны лайыҡлы ҡаршылай. Ҡасандыр беҙ ике йүнәлештә эш алып бара инек, йөк техникаһы юл төҙөү, ремонтлауҙа, төҙөкләндереүҙә эшләне. Хәҙер юл төҙөү-ремонтлау идаралығы был эштәрҙе үҙе башҡара. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Красноусол быяла заводының транспорт цехы (нигеҙҙә йөк ташыу автотранспорты тупланған) булып эшләп, артабан Ишембай автопредприятиеһы базаһында автоколонна, хәҙер иһә Красноусол автотранспорт предприятиеһы булып бары тик пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү менән генә шөғөлләнәбеҙ.

Һөнәри байрамда ғәҙәттә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау йолаһы йәшәй. Беҙҙең бурыс – табыш алып эшләү. 9 айлыҡ эшмәкәрлеккә килгәндә, тырышлыҡ бушҡа китмәне, 22 миллион 600 мең һумлыҡ табыш алынды. Әлбиттә, сығымдар ҙа етерлек - 21 миллион 800 мең һум тәшкил итте. 9 айҙы рентабеллек (800 мең һум) менән тамамланыҡ тиергә мөмкин. 357 мең пассажир хеҙмәтләндерелде.

Предприятиебыҙҙың 26 төрлө маркалы автобусы көн һайын ҡала-ара, ҡала яны маршруттары буйынса рейсҡа сыға. Баш ҡалабыҙ Өфөгә, Стәрлетамаҡ маршруттары буйынса көндәлек 5-әр рейс яһала. Салауат ҡалаһына Ишембай ҡалаһы аша ял көндәрендә автобус йөрөй. 14 ҡала яны маршруты буйынса, йәғни районыбыҙҙың барлыҡ ҙур ауылдарынан, пассажирҙар хеҙмәтләндерелә. Беҙ шулай уҡ заказ режимында ла эшләйбеҙ. “Красноусол” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәрен эштән – эшкә ташыу ҙа беҙҙең иңдә, был тәңгәлдә көн һайын 1 мең кеше хеҙмәтләндерелһә, 9 ай арауығында ул 225 мең тәшкил итте.

Пассажирҙарҙың 10 проценты социаль льгота менән файҙаланыусылар. Улар иҫәбенә күп балалы ғаиләләрҙән балалар, ветерандар, инвалидтар инә. Ай һайын Берҙәм социаль юл йөрөү билетын һатып алып, автобуста теләгән йүнәлештә йөрөү мөмкинлеге бар. Ҡала-ара маршруттарында студенттар өсөн дә ташламалар ҡаралған.

Коллективҡа килгәндә, ул тотороҡло, эшкә һәләтле. Предприятие 40 кешене берләштереп, шуның 25-е - водитель, 9-ы – инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, 6-һы - слесарь-ремонтсылар.

Предприятиебыҙҙа һө-нәри байрамыбыҙ көнөндә үҙ эшенә яуаплы ҡараған уңғандарҙың тырышлығы иғтибарһыҙ ҡалдырылмай, хеҙмәттәрен тейешенсә баһалау йолаһы йәшәй. Араларынан ҡайһы берҙәрен төрлө наградаларға тәҡдим иттек. Бына улар: ҡала-ара маршруты водителе Фәнис Фәйзрахман улы Зәйнуллинға “Башавтотранс” ДУП-ының почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем биреләсәк. Ҡала яны маршруты автобус водителе Фәтих Зәйнулла улы Зәйнетдиновтың фотоһүрәте “Башавтотранс” ДУП-ының “Почет таҡтаһы”нда урын аласаҡ. Слесарь Виктор Александрович Кулагинға БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының, транспорт сараларының торошон контролдә тотоусы контролер Валерий Анатольевич Смирновҡа "Башавтотранс" ДУП-ының Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ. Матди бүлек бухгалтеры Галина Викторовна Малых “Башавтотранс” ДУП-ының, бухгалтер Фәнилә Фәнил ҡыҙы Карпунина, секретарь-эш башҡарыусы Елена Анатольевна Фәйезова Красноусол АТП-һының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнәсәк. Водителдәр Валерий Николаевич Тарасов менән Юлай Гәрәй улы Юлмөхәмәтов автопредприятиебыҙҙың Рәхмәт хаттарын аласаҡ. Хаҡлы ялдағы водитель Павел Николаевич Петровтың фотоһүрәте “Башавтотранс” ДУП-ы ветерандары “Почет таҡтаһы”на индерелде. Шулай уҡ байрам көнөндә пассажирҙарҙы ташыуҙа ҙур өлөш индергән, эшенә яуаплы ҡарап, пландарҙы еренә еткереп үтәгән, пассажирҙар менән һәйбәт мөғәмәләлә булған Йәүҙәт Миңнулла улы Мөхәмәтшинды ла маҡтау һүҙҙәре менән билдәләп үтергә кәрәк.

Беҙҙә эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған 17 хеҙмәт ветераныбыҙҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Улар менән даими бәйләнештәбеҙ.

Форсаттан файҙаланып, автопредприятиебыҙ коллективын, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы, ғөмү-мән, барлыҡ автотранспорт менән бәйле һөнәр эйәләрен Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Ауыр һәм яуаплы эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, намыҫлы хеҙмәтегеҙгә ҡарата халыҡ ихтирамын, имен юлдар, байрамса кәйеф теләйем.

Осрашыуға, үҙ-ара аралашыуға ҡоролған кисәнән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалып таралышты. Араларында бухгалтерҙан алып баш бухгалтерға тиклем хеҙмәт юлын үткән Галина Васильевна Трофимова, автобус водителдәре Александр Николаевич Колпащиков, Владимир Александрович Плеско, быяла заводының транспорт цехында эшләп, автопредприятиенан пенсияға сыҡҡан 86 йәшлек Нәжметдин Шәрәфетдин улы Латипов, 42 йыл хеҙмәт стажына эйә һәм маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Миңләхмәт Мөхәмәтрәхим улы Шафиҡов, киләһе йылға 70 йәшен билдәләйәсәк водитель Венер Әнүәр улы Солтанов бар ине. Ә бына инженер-механик вазифаһын башҡарып, хаҡлы ялға туҡтаған Тәлғәт Абдулла улы Хисмәтуллинға киләһе йылға 90 йәш туласаҡ.
Читайте нас: