+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Октябрь 2017, 12:32

Хәйерле һәм имен юлдар һеҙгә!

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! Һеҙҙең барығыҙҙы ла һөнәри байрамығыҙ айҡанлы тәбрикләйем. Ауыл-ҡалалар буйлап пассажирҙар ташыусы район автотранспорт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре, улай ғына ла түгел, һәр предприятиела, һәр ойошмала эшләүсе автотранспорт водителдәренең һөнәри байрамы ул.

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла һөнәри байрамығыҙ айҡанлы тәбрикләйем. Ауыл-ҡалалар буйлап пассажирҙар ташыусы район автотранспорт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре, улай ғына ла түгел, һәр предприятиела, һәр ойошмала эшләүсе автотранспорт водителдәренең һөнәри байрамы ул.

Автомобилсе хеҙмәте ауыр ҙа һәм бер үк ваҡытта абруйлы ла. Рейсҡа сыҡҡан һәр водитель иңенә пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге, ғүмере һәм сәләмәтлеге, йөктәрҙең именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ һалына. Юғары һөнәри оҫталыҡтары, юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булыуы водителдәрҙең уңышлы эшенең нигеҙе булып тора.

Район иҡтисады ла тап был тармаҡ хеҙмәтенә ныҡлы бәйле. Пассажирҙар һәм йөк ташыу буйынса эшләүсе предприятиеларҙа ғына түгел, ауыл хужалығы, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ, бюджет учреждениеларында һәм башҡа тармаҡта ла автотранспорт файҙаланыла.

Киләсәктә лә автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре бар оҫталығын һалып, уңышлы эшләр, тип ышанам. Автотранспортсыларҙың бөгөнгө быуынына, ветерандарға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, иғтибарлы һәм һаҡ булыуығыҙҙы теләйем. Йөрөгән юлдарығыҙ хәйерле һәм имен булһын, һәр саҡ “йәшел ут” ҡына янып торһон.

Рәмил БОХАРОВ,

Муниципаль район хакимиәте башлығы.


Читайте нас: