+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Октябрь 2017, 12:56

Яратҡан эш ялҡытмай

Биҙмәгәндәй йәшәү бәхетенән, Юл йөрөүҙән мәңге биҙмәм мин. Юлдар, юлдар ауыр булһа булһын, Тик һуңғыһы ғына булмаһын.Марс Хәсәнов – ауыр водитель һөнәренә тоғро ҡалған, юл йөрөүҙән мәңге биҙмәгән кешеләрҙең береһе. Юлдарҙың ниндәйен генә күрмәгән ул 32 йыл эшләү дәүерендә, машиналарҙың ниндәйен генә йөрөтмәгән!

Марс Хәсәнов.
Марс Хәсәнов.
Биҙмәгәндәй йәшәү бәхетенән,

Юл йөрөүҙән мәңге биҙмәм мин.

Юлдар, юлдар ауыр булһа булһын,

Тик һуңғыһы ғына булмаһын.

Марс Хәсәнов – ауыр водитель һөнәренә тоғро ҡалған, юл йөрөүҙән мәңге биҙмәгән кешеләрҙең береһе. Юлдарҙың ниндәйен генә күрмәгән ул 32 йыл эшләү дәүерендә, машиналарҙың ниндәйен генә йөрөтмәгән!

1982 йылда Еҙем-Ҡаран урта мәктәбен тамамлаған Баҡраҡ егете күп уйлап тормай, Стәрлетамаҡтағы автомәктәпкә уҡырға китә, уңышлы тамамлай, әрме хеҙмәтен тултырып ҡайта һәм ең һыҙғанып М.Ғафури исемендәге колхозда эш башлай. Тырышып 10 йыл эшләгәндән һуң, 1995 йылда Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенә шофер булып эшкә килә.

Бөгөнгө көндә ул – Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең уңған водителе. Боҙлауыҡта ла, буранда ла, һыуыҡта ла, ямғырҙа ла, эҫелә лә ул юлда. Мәктәп уҡыусыларын һәр көн дәрескә ваҡытында алып килә, дәрестәр бөткәнен көтөп алып ҡайта һәм ата-әсәләренә тапшыра. Һәр бер уҡыусының билдәле үҙ урыны бар, салонда тәртип, таҙалыҡ урынлаштырылған.

Уҡыусылар, уҡытыу-сылар, ата-әсәләр менән район үҙәгенә генә түгел, башҡа яҡтарға ла йөрөргә төрлө эш-мәшәҡәттәр тыуып ҡына тора һәм ул бер ваҡытта ла “юҡ” тип әйтмәй, сөнки автобус һәр саҡ ҡараулы һәм әҙер тора.

Ҡайҙан ғына, ҡасан ҡына ҡайтып керһә лә, уны аңлаған тормош иптәше Сәриә йылы аш, яҡты йөҙ менән ҡаршылай. Береһенән-береһе матур, уңған өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өйөндә ул ихтирамлы атай, ҡайны һәм олатай.

Тайғаҡ, насар юлдар ҙа, ҡырыҫ һауа шарттары ла ҡурҡытмай был ир-уҙаманды, ул һәр көн иртән иртүк яратҡан эшенә ашыға - уны Баҡраҡ, Яҡтыкүл, Таштамаҡ, Ҡыҙылъяр ауылдарында уҡыусы балалар көтә...

Изге юлдар насип булһын һеҙгә, барлыҡ водителдәр! Бәлә-ҡазалар күрмәй, имен-аман йөрөгөҙ, ауыр эшегеҙҙә уңыштар ғына юлдаш булһын!


Читайте нас: