+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Ноябрь 2017, 12:31

Йыр кеүек ғүмер

Яҙмам районда күптәргә билдәле шәхестәрҙең береһе Мәҙинә Ғибаҙуллина-Юлъяҡшина тураһында. 11 йәшлек Мәҙинә Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы Әрметрәхим ауылынан Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге балалар йортона килеп юлыға. Һуғыш осоронда алдынғы уҡыған етемдәрҙе алалар был йортҡа.

Мәҙинә Ғибаҙуллина-Юлъяҡшина.
Мәҙинә Ғибаҙуллина-Юлъяҡшина.
Яҙмам районда күптәргә билдәле шәхестәрҙең береһе Мәҙинә Ғибаҙуллина-Юлъяҡшина тураһында. 11 йәшлек Мәҙинә Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы Әрметрәхим ауылынан Стәрлетамаҡтағы Ленин исемендәге балалар йортона килеп юлыға. Һуғыш осоронда алдынғы уҡыған етемдәрҙе алалар был йортҡа.

“Унда уҡығанда колхозға сөгөлдөр йыйырға йөрөттөләр. Өҫтөбөҙҙә оҙон иҫке бишмәт. Кеҫәбеҙгә сөгөлдөр һалһаҡ, тентейҙәр. Кеҫәне йыртабыҙ ҙа, бишмәт салғыйына төшөрәбеҙ. Кис ятҡас, йәшерен генә сөгөлдөр ашайбыҙ. Арабыҙҙан бер ҡыҙ ошаҡлаған бит беҙҙе, “бештеләр” генә линейкала. Уның ҡарауы, ошаҡсыны одеял менән урап үҙебеҙ “бештек”. Утын юҡ, яҡтыла урам буйлап утынға яраҡлы ағас эҙләйбеҙ ҙә, кис тәрбиәсе менән барып алабыҙ”, - тип хәтерләй Мәҙинә апай ул михнәтле йылдарҙы. “Мәҙинә, һин балалар йортонда үҫһәң дә, аш-һыуға оҫтаһың”, - тигән Жәлил ағай Кейекбаев тәүҙә Сәйетбабала, һуңынан район үҙәгендә йәшәгәндә ҡунаҡҡа кергән сағында. Тәрбиә сағыштырма төшөнсәлер, моғайын. Кешелә тыумыштан күскән нәмә бар бит. Юғиһә, бер үк класта уҡығандар нисәмә төрлө яҙмышлы шәхестәргә әйләнмәҫ ине.

Жәлил Ғиниәт улы Мәҙинә апайҙы ла, Аман ағай Юлъяҡшинды ла уҡыта. Икеһе лә институтта уҡығанда танышып, бер телем икмәкте бүлешеп ашап, юғары белем алып сыға. 1952 йылда Аман ағай, 2 йылдан Мәҙинә апай Сәйетбаба мәктәбенә киләләр. Һуңынан Аман ағай район мәғариф бүлегенә, Мәҙинә апай редакцияға эшкә урынлаша. Уларҙың тормошон күҙаллағанда 11 һаны әллә тылсымлымы икән, тигән уй килә башҡа. Аман ағайға нәҡ 11 йәш булғанда атаһын йәшен ата. Алдынғы тәүге тракторсы, бригадир, коммунисты Еҙем-Ҡаранда ерләйҙәр. Аман Вәлиулла улы үҙе 2011 йылда вафат була. Бик кеше йәнле, ихлас, алсаҡ булдылар. Кемдәр генә кереп сәй эсмәне икән уларға? Бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең эш хаҡы совет осоро кешеләренә яҡшы билдәле. Етмәһә, 3 бала өҫтөнә Аман ағайҙың һеңлеһенең улы Илдус та 11 йәшендә әсәһе Фәниҙә вафатынан һуң Мәҙинә апай тәрбиәһендә ҡала. Ҡәйнәһе Мәрфуға апай ҙа (бәләкәй генә фатирға нисек һыйғандарҙыр!) шунда йәшәй. Әле лә ҡәйнәһенә бик рәхмәтле Мәҙинә апай. Икмәк һынығын бер ҡасан ла ташламаным, ти ул.

Балаларының өсөһө лә, Илдус та юғары белемле, өлгөлө ғаиләле. Мәҙинә апай кешелек донъяһындағы ҡатын, әсә тигән бөйөклөктөң иң гүзәл өлгөһөлөр. “Аҫылйәр”ҙә төп ролдәрҙе уйнап өйләнешкән Юлъяҡшиндар бик матур йырлай ине. Аман ағай һәр тантанала “Мәҙинәкәй-гөлкәй”ҙе йырламай ҡалмай торғайны. Ғүмерҙәре лә йыр кеүек булды уларҙың.
Читайте нас: