+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Ноябрь 2017, 14:06

Ата-бабаларҙың кәсебен дауам итеп

Борон-борондан халҡыбыҙ малсылыҡ тармағын үҙ итеп, өйөр-өйөр мал-тыуар аҫрап көн иткән. Хәҙер ҙә табышлы һаналған тап ошо йүнәлеш буйынса яҡшы килем алып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырып йәшәгән ғаиләләр бихисап. Шундайҙарҙың береһе - Ҡауарҙы ауыл биләмәһенә ҡараған Юлыҡ ауылында Гөлфинә менән Вәкил Юлмөхәмәтовтар - шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырған егәрлеләр.

Гөлнәзирә, Вәкил, Гөлфинә Юлмөхәмәтовтар.
Гөлнәзирә, Вәкил, Гөлфинә Юлмөхәмәтовтар.
Борон-борондан халҡыбыҙ малсылыҡ тармағын үҙ итеп, өйөр-өйөр мал-тыуар аҫрап көн иткән. Хәҙер ҙә табышлы һаналған тап ошо йүнәлеш буйынса яҡшы килем алып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырып йәшәгән ғаиләләр бихисап. Шундайҙарҙың береһе - Ҡауарҙы ауыл биләмәһенә ҡараған Юлыҡ ауылында Гөлфинә менән Вәкил Юлмөхәмәтовтар - шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырған егәрлеләр.

Ике ат, шунса уҡ тай һәм ҡолондар, алты һыйыр, һигеҙ быҙау, башмаҡтар, ике тиҫтәләп һарыҡ, ҡаҙ-тауыҡтар бағыу, әлбиттә, еңелдән түгел – ҡара таңдан ярты төнгәсә алһыҙ-ялһыҙ эшләргә лә, эшләргә кәрәк. Әммә уларҙың зарланырға ваҡыттары ла юҡ, баш баҫып ошо ишле мал-тыуарҙы ҡарап көндәре төнгә ялғана. Ғаилә ҡорғандан алып, бер-береһенә һалышмай, йөктө тигеҙ тартҡанға ла йүнсел хужаларҙың тормоштары етеш, “Май сүлмәге тышынан билдәле”, тигәндәй, йорт-ихатаһы ла тәртиптә, йыраҡтан уҡ нур сәсеп ултырған күркәм һәм мөһабәт йорттары “бында уңған кешеләр йәшәй”, тип ҡысҡырып торғандай.

Илеш районы ҡыҙы Гөлфинә менән Юлыҡ ауылы егете Вәкилдең яҙмыштарын бергә бәйләүенә ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән. Йәштәр бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй, тыуған төйәктә төпләнеп йәшәй. Гөлфинә Дамир ҡыҙы егәрле, бөтмөр килен булып танылды. Хәҙер ул Юлыҡта үҙ кешегә әйләнгән, ауылды ла үҙ иткән. Бер минут эшһеҙ торорға күнекмәгән Гөлфинә ауыл китапханаһында китапханасы булып та эшләй. Йәнә йәйгеһен баҡсала бәрәңге, йәшелсә-емеш тәрбиәләү мәшәҡәте өҫтәлә. Ишле мал аҫраған Юлмөхәмәтовтарҙы ит һәм башҡа малсылыҡ продукцияһы, ишелеп уңған йәшелсә-емеше менән районда уҙған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә осратырға мөмкин.

- Нигеҙҙә малдан килгән килемгә таянып йәшәйбеҙ инде, башмаҡ-аттарҙы итләтә лә, тереләй ҙә һатырға тура килә, һимертеп үҙебеҙгә һуғымға ла ҡалдырабыҙ. Ҡалала фатирға түләп йәшәгән улыбыҙға үҙ мөйөшөн булдырырға иҫәп тотоп, тәүге иғәнәһен түләшергә булһа ла тип, быйыл тайҙарҙы аҫрарға уйлаштыҡ, - ти Вәкил һәр баш малдарын ниндәй кәрәк-яраҡ өсөн тотонасаҡтарын барлап.

Ишле мал аҫрағас, ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ та әҙерләргә кәрәк бит әле. Был тәңгәлдә бесәнде мул – 3 эҫкерт, төргәклеһен 300 дана тирәһеләй әҙерләп, ихаталарына килтереп өйөп ҡуйғандар. Әйткәндәй, быйыл Вәкил Хатип улы 6 гектар пай ерен эшкәртеп, һоло һәм бер йыллыҡ мал аҙығы культураһы сәскән һәм уны сабып алған. Киләһе йыл бында күстерә менән һолоно бергә ҡушып сәсеп ҡалдырған.

Юлмөхәмәтовтарға, ике егәрле бергә тура килгән, тип әйтергә генә ҡала. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар ҡул араһына ингән, үҙҙәренең етешлектә йәшәүен әсе тир түгелгән хеҙмәт һөҙөмтәһе булыуын аңлап, атай-әсәйҙәренә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итәләр. Балаларының өлкәне Вәғиз әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, Өфө авиация техникумының инженер-механик дипломын алғас, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә (УМПО) хеҙмәт юлын башлаған. Ҡыҙҙары Гөлзиә Өфөләге медицина колледжын тамамлап, хәрби госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Ә иң бәләкәстәре Гөлнәзирә Юлыҡ мәктәбендә 4-се класта уҡый. Ғаилә башлығының ағаһы Мәжит тә туғанының оло терәге-ярҙамсыһы.

Ауыл ерендә утын-бесән әҙерләү, йомош-юлға йөрөү өсөн үҙ транспортың булыуы мөһим. Бының өсөн "ЛТЗ-55" тракторҙары, еңел автомашиналары бар.

Юлыҡ ауылында йәшәүсе уңған Юлмөхәмәтовтар хужалығы менән танышып, ысындан да үҙ төйәгенең ысын хужалары булыуына инандыҡ.
Читайте нас: