-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Ноябрь 2017, 12:10

Бәхетле әсә

“Ғаиләң өсөн көн һайын йоҡоңдан уянаһың, һәр секунд һайын тын алаһың һәм Аллаһы Тәғәләнән уны һаҡлауын һорайһың”, тип яуап бирҙе Гөлшат Шәмсетдин ҡыҙы, һеҙҙең өсөн нимә ул ғаилә, тигән һорауға. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ был донъяға ғаилә усағындағы утты һаҡлаусы, сабыйҙарын ҡурсалаусы, хәстәрләүсе Әсә булыр өсөн яратылған.

Мурзиндар ғаиләһе. 2013 йыл.
Мурзиндар ғаиләһе. 2013 йыл.
“Ғаиләң өсөн көн һайын йоҡоңдан уянаһың, һәр секунд һайын тын алаһың һәм Аллаһы Тәғәләнән уны һаҡлауын һорайһың”, тип яуап бирҙе Гөлшат Шәмсетдин ҡыҙы, һеҙҙең өсөн нимә ул ғаилә, тигән һорауға. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ был донъяға ғаилә усағындағы утты һаҡлаусы, сабыйҙарын ҡурсалаусы, хәстәрләүсе Әсә булыр өсөн яратылған.

Учалы районының аҡ ҡайынлы хозур төйәге Илсе ауылында тыуып үҫкән Гөлшат ғаиләлә төпсөк бала була. “Ата-әсәйем икеһе лә төҙөүселәр, атайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Мәктәпте тамамлағас, документтарымды Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына тапшырҙым. Ошонда таныштыҡ та инде буласаҡ тормош иптәшем Рәйес менән. Ул физика-математика факультетында уҡый ине. Ата-әсәйем, туғандарыма күрһәтергә алып ҡайтҡас, барыһы ла уны бер күреүҙән оҡшатты. Сәйетбабаға 15 майҙа, буласаҡ ҡәйнәмдең тыуған көнөндә ҡайттыҡ. Мине ул үҙ ҡыҙылай күреп яратты, арҡамдан һөйөп кенә торҙо. Изге күңелле, сабыр холоҡло ҡәйнәм менән 8 йыл бергә йәшәнек. Бер-бер артлы тыуған Рәмзил, Байрас, Динар улдарыбыҙҙы ҡарап үҫтереште, балалар өйҙә өләсәй тәрбиәһендә булғас, беҙҙең дә күңел тыныс ине,” – тип яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алды Гөлшат ҡәйнәһен.

24 йыл бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап йәшәгән, матур донъя ҡороп, 5 балаға ғүмер биргән Гөлшат һәм Рәйес Мурзиндар Сәйетбаба ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе. Икеһе лә юғары белемле уҡытыусылар, үҙ көстәре менән бар уңайлыҡтары булған күркәм йорт һалып инделәр, ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, бал ҡорто тоталар. Быйыл хужалыҡта һәр ваҡыт кәрәк булған “КМЗ-12” тракторы һатып алғандар. Улдары менән бергә утын-бесән ташырға арба ла яһап ҡуйған атай кеше.

Балаларын бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, спортҡа ылыҡтырып үҫтерә Мурзиндар. Уҡыуҙа ла һынатмай улар. Мәктәптә тик “5”-кә уҡыған оло улдары Рәмзил Өфө нефть техник университетының бакалавр, БДУ-ның инженер факультетының магистратураһын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөгән егет ошо көндәрҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Икенсе улдары Байрас Аграр университеттың энергетика факультеты магистратураһының 1-се курсында белем ала. Динар - 8-се, Яҙгөл 4-се класта уҡый. Иң кеселәре 5 йәшлек Дарина балалар баҡсаһына йөрөй. Аҡыллы, тәртипле, тәүфиҡлы балалар үҫтергән Гөлшат Шәмсетдин ҡыҙы 2014 йылдың 28 ноябрендә Өфөлә үткән Халыҡ-ара күп балалы әсәләр форумында республиканың “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ була.

Тормошта бер-береңә мөхәббәтле, ихтирамлы булып, балаларға яҡшы тәрбиә биреп татыу йәшәү – үҙе ҙур бәхет тип иҫәпләй Гөлшат Шәмсетдин ҡыҙы. Шуға ла ғаиләһенә, яратҡан һөнәренә бар булмышын бағышлаған әсә үҙен сикһеҙ бәхетле тойоп, киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәй.
Читайте нас: