Яугилде ауы-лында йәшәүсе Миңъямал Солтан-моратованың ғо-рурланырға хаҡы бар. Ул – Герой-әсә. Тормош иптәше Ғабдулхаҡ ағай менән 10 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Йөҙимән ауылында тыуып үҫкән Миңъямал 8-се класты Сәйетбаба мәктәбендә тамамлай ҙа, ата-әсәһенең артабан уҡытырға мөмкинселеге булмағас, 1 йыл әрҙәнә ҡырҡыуҙа эшләй. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып өлгөргән 18 йәшлек комсомолка ҡыҙ үҙ ирке менән һуғышҡа китергә йөрөгәндә, уны яуҙан ауыр яраланып ҡайтҡан Ғабдулхаҡ ағайға димләп кейәүгә бирәләр.
- Ул ваҡытта заманалар ауыр ине. Балалар үҫтергәндә михнәтте күп күрҙек. Икмәкте лә 60-сы йылдарҙа ғына туйғансы ашай башлағанбыҙҙыр. Юҡлыҡ талаштыра, барлыҡ яраштыра тиһәләр ҙә, ирем менән бер ауыҙ һүҙгә килешмәй 63 йыл татыу ғүмер иттек. Мин колхозда һыйыр һауҙым, пенсияға сыҡҡас 6 йыл мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләнем, һаулығы самалы булһа ла Ғабдулхаҡ та эшһеҙ торманы – башта колхозда ҡарауылсы, һуңынан урман ҡарауылсыһы булып эшләне, – тип хәтер йомғағын һүтә 92 йәшлек Миңъямал әбей.
Үҙҙәре көн буйы эштә булғанда балаларының һәр береһенә йорт-ҡура, баҡсалағы эштәрҙе бүлеп биреп, тәғәйен эш ҡушып китер булғандар. Шулай итеп улар егәрле, эшһөйәр ул-ҡыҙҙар үҫтергән. 6 улдың 5-һе һөнәрселек училищеһында уҡыған. Төҙөүсе һөнәре алып, Салауат ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Ҡыҙҙары ла төрлө һөнәр һайлап, уҡытыусы, һатыусы, бухгалтер булып маҡталып эшләгән. Хәҙер барыһы ла хаҡлы ялда, күптән инде өләсәй-олатай булғандар. Миңъямал әбейҙең 2 тиҫтәнән ашыу ейән-ейәнсәре, унан да күберәк бүлә-бүләсәре бар. Оло йөрәкле әсә “Әсәлек даны” һәм “Герой-әсә” миҙалдары менән бүләкләнгән. Һуғыш ваҡытындағы һәм унан һуңғы йылдарҙағы тырыш хеҙмәте “Социалистик хеҙмәт ударнигы” билдәһе һәм бик күп Маҡтау грамоталары менән баһаланған. “Фермалағы бар эштәрҙе лә ҡул көсө менән башҡарҙыҡ. Колхоз яландарын үгеҙ егеп һөрөп иген сәстеләр, “Барыһы ла Еңеү өсөн!” тип эшләнек, иҫкә алһаң, күп булды инде күргәндәр,” – ти Миңъямал әбей.
Бала ҡайғыһын да кисерергә тура килә әсә кешегә: ғаиләле 5 улын ерләй ул. Бынан 10 йыл элек һуғышта алған яраларынан Ғабдулхаҡ ағай ҙа вафат була. Ауыр юғалтыуҙар алдында һығылып төшмәй Миңъямал әбей, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. “Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, ай һайын пенсияһын биреп тора, социаль хеҙмәткәр килеп йорт эштәрендә ярҙам итә, йомош-юлға йөрөй. Балалар ситтә йәшәһә лә, йыш ҡына ҡайтып торалар, ауылдаштарым да килеп хәл белешеп тора, рәхмәтлемен уларға. Элекке менән сағыштырғанда хәҙерге тормош әкиәт кеүек инде ул – өйөмә газ, һыу үткән, магазинда аҙыҡ-түлектең ниндәйе генә юҡ! Һаулыҡ булып, барына шөкөр итеп йәшәргә генә яҙһын,” – ти ул.
Өс тиҫтә йылға яҡын изге Ҡөрьән аяттарын уҡып, доғалар ятлап, мәсеткә йома намаҙына йөрөгән, ауылға иман ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмаған Миңъямал әбейҙе ауылдаштары Ҡөрьән аштарынан ҡалдырмай. Оло йәштә булһа ла ауылының көнитмеше менән ҡыҙыҡһына, киләсәге өсөн борсола ил инәһе. Донъяларҙың именлеген теләп, өгөт-нәсихәттәр, фәһемле кәңәштәрен биреп оҙатып ҡалды ул беҙҙе.