Йыл һайын көҙҙөң һуңғы йәкшәмбеһендә иң ҡәҙерле, иң һөйөклө кешеләребеҙ – әсәйҙәрҙе тәбрикләйбеҙ. Үҙендә сикһеҙ һөйөү, рәхимлелек, түҙемлелек сифаттарын туплаған әсә һуңғы һулышына тиклем балаһын йөрәгендә йөрөтә. Һәр бала әсәһенең күңел йылыһы менән бәхетле, ә әсәйҙәр, үҙ сиратында, балаһы бәхетле булһа ғына бәхетле.
Ҡәҙерле әсәләр! Һеҙҙең изгелек тулы оло йөрәгегеҙ, көндәлек хәстәрегеҙ, сабырлыҡ талап иткән хеҙмәтегеҙ алдында баш эйәбеҙ! Бар әсәләрҙең дә балалары өсөн күңеле тыныс булһын. Байрам көнөндә күрһәтелгән иғтибар һәм хәстәрлек һеҙҙе ғүмерегеҙ буйы оҙатып йөрөһөн.