+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Ноябрь 2017, 14:01

Яңыса эшләүсе умартасы

Рөстәм Таһир улы Резбаев Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәһә лә, сығышы менән үҙебеҙҙең район кешеһе.

Рөстәм Таһир улы Резбаев Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәһә лә, сығышы менән үҙебеҙҙең район кешеһе. Атаһы Таһир ағай Баҡраҡ ауылында тыуып үҫһә, әсәһе Мәрйәм апай Яугилде ауылынан. Ул Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында умартасы һөнәре буйынса юғары белем ала. Иглин районы хужалыҡтарында умартасы булып эшләй. Колхоздар тарҡалғас үҙ эшен асырға ҡарар итә. Шәхси эшҡыуар булараҡ Ғафури районында теркәлә һәм һалымды ла районға түләй. Бөгөн ул Канада технологияһы буйынса эш итә. Йәғни ғәҙәти умартасылар кеүек боронғо ысулдан ситләшкән, ҡул көсө ҡулланмайынса эш итә. Барлыҡ эше механизацияланған. Шулай булмаһа 800 баш умартаһын ике умартасы менән генә ҡарап өлгөртә алмаҫ ине.

- Быйыл бал наҡыҫ булды, ни бары 30 тонна бал алыуға өлгәштем. Тырышҡанда минең умарталыҡта 100 тонна бал алырға була. Балды башлыса сит илдәргә һатам, - ти Рөстәм Таһир улы. Район умартасыларына унан күп нәмәгә өйрәнергә була.


Читайте нас: