+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Ноябрь 2017, 13:12

Ауыл эшсәндәре тәбрикләнде

Уҙған аҙнала райондың сәнәғәт предприятиелары эшсәндәре ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн билдәләне. Тантаналы йыйылышта район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров, уның урынбаҫарҙары, район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов, саҡырылған ҡунаҡтар – Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Рәмил Сәрүәр улы Баһауетдинов, “Мәләүез шәкәр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Илгиз Нәғим улы Ниғмәтуллин, “Ҡарлыман продукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Александр Владимирович Моисеенко, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән район фермерҙары, игенселәр, һауынсылар, малсылар, механизаторҙар һәм ауыл хужалығы тармағы ветерандары ҡатнашты.

Уҙған аҙнала райондың сәнәғәт предприятиелары эшсәндәре ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн билдәләне. Тантаналы йыйылышта район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров, уның урынбаҫарҙары, район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов, саҡырылған ҡунаҡтар – Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Рәмил Сәрүәр улы Баһауетдинов, “Мәләүез шәкәр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Илгиз Нәғим улы Ниғмәтуллин, “Ҡарлыман продукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Александр Владимирович Моисеенко, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән район фермерҙары, игенселәр, һауынсылар, малсылар, механизаторҙар һәм ауыл хужалығы тармағы ветерандары ҡатнашты.

- Район аграрийҙары байрамды яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Улар иген культураларынан, шәкәр сөгөлдөрөнән, көнбағыштан юғары уңыш алыуҙары менән хаҡлы ғорурлана ала. Районда шулай уҡ ит, һөт етештереү ҙә бермә-бер артты. Бигүк һәйбәт булмаған һауа торошона ҡарамаҫтан, бар агротехник сараларҙы ваҡытында үтәү үҙ һөҙөмтәһен бирҙе: район хеҙмәтсәндәре иген культураларынан юғары уңыш йыйып алды. Иң алдынғы хужалыҡтарҙан “Восход-СТ” агропредприятиеһын, “ШЭ Р.В. Мөьминов” КФХ-һын, “Урожай” КХ-һын, Ленин исемендәге колхозды, “ШЭ Г.М.Тахтаров” КФХ-һын, “Агролэнд” ЯСЙ-һен, “ШЭ Р.В.Рәжәпов” КФХ-һын билдәләп үтергә кәрәк. Юғары күрһәткестәре өсөн "Восход-СТ" хужалығы Республика Хөкүмәтенең дипломына, ә етәксеһе Руслан Зәки улы Бакиров “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.

Үҫемлекселек буйынса һөҙөмтәләргә туҡталып, түбәндәге хеҙмәтсәндәрҙе билдәләп үтер инем: иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар уңышын йыйыуҙа “Урожай” КХ-һы механизаторы Альберт Мөхәмәтҡолов алдынғылыҡты бирмәне һәм республикала иң күп уңыш һуғып алыусыларға бирелгән 10 “Нива-Шевроле” автомобиленең береһе менән бүләкләнде. Шулай уҡ “Восход-СТ” аграр предприятиеһы механизаторы Мансаф Зәйнетдиновты, ошо уҡ хужалыҡтан Дмитрий Михайловты, “ШЭ Р.В.Мөьминов” КФХ-һы механизаторы Владимир Михайловты, “ШЭ Р.Г.Ғафаров” К(Ф)Х-һы механизаторы Илдар Мансуровты, “Урожай” КХ-һы механизаторы Ғәле Хәлиловты, “ШЭ Г.М.Тахтаров” КФХ-һы механизаторы Дмитрий Пастуховты маҡтап телгә алабыҙ.

Байрамды малсылыҡ тармағында ла һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайбыҙ. Район

буйынса етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләнгән. Етештерелгән малсылыҡ продукцияһы йылдан-йыл арта бара. Был йәһәттән “Урожай”, “Агролэнд”, “М.Ш.Алиян”, “Р.Г.Ғафаров”, “Р.В.Рәжәпов” крәҫтиән фермер хужалыҡтары яҡшы эшләй. Байымбәт, Үтәк һәм Яңғыҙҡайын, Березовка, Архангел һөтсөлөк фермалары коллективтарының һөҙөмтәләре һәйбәт. Малсылыҡ алдынғылары – Марат Ҡорманғолов (“Урожай”), Рәйес Исламғолов (Ленин исемендәге колхоз), Фәнир Бикташев (“Р.В.Мөьминов”), Фаил Сәйетбатталов (“Р.Р.Фәйзуллин” КФХ-һы һарыҡ фермаһы мөдире), Азизбек Ҡадиров (“Р.В.Рәжәпов” КФХ-һы управляющийы), Хозал Алиян (“М.Ш.Алиян” КФХ-һы хужалыҡ мөдире), Зөлфиә Йомағолова (“Р.Р.Йомағолов” КФХ-һы ферма мөдире), Виктория Ғилманованың (“Урожай” КХ-һы һауынсыһы) фиҙаҡәр хеҙмәте лә маҡтауға лайыҡ.

Йыл һөҙөмтәләре буйынса ҙур уңыштарға ирешкән шәхси эшҡыуар крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Москов Алиян “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһендә бронза миҙалға (2012 йылда алтын миҙал алғайны) һәм Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Дипломына лайыҡ булды. Өфө ҡалаһында ауыл хужалығы эшсәндәре көнөнә ҡарата ойошторолған күргәҙмәлә районыбыҙ данын “ШЭ В.В.Смирнов” КФХ-һы (дөйәғош ите), Морат Шәймарҙанов (сыр), Азат Маннанов (кәзә ҡымыҙы) яҡланы.

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтке килә: ауыл хужалығында уңыштар менән бергә проблемалар, етешһеҙлектәр ҙә етерлек, уларҙы хәл итер өсөн беҙ барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Хужалыҡтарҙы тергеҙеү, ышаныслы инвесторҙар йәлеп итеү, өлгәшелгәндәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫеш юлын билдәләү – беҙҙең төп бурысыбыҙ ул, - тине Рәмил Зәкәриә улы, байрам менән ҡотланы һәм Р.З.Бакировҡа “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен, М.Ш.Алиянға бронза миҙал, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына тәҡдим ителгән шәхси эшҡыуар Р.Г.Мырҙағоловҡа бүләк тапшырҙы. Артабан һүҙ Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Рәмил Баһауетдиновҡа бирелде. Ул юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙе республиканың ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.

Муниципаль район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов тантанаға килеүселәрҙе һөнәри байрамдары уңайынан ҡотлағандан һуң, “ШЭ Мырҙағолов Р.Г.” К(Ф)Х-һының ҡымыҙ етештереүсеһе Эльза Мырҙағолова менән “Восход-СТ” хужалығының баш бухгалтеры Миләүшә Лесовцеваға район Советының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Унан һуң сығыш яһаған ра-йон хакимиәте башлығының агросәнәғәт комплексы буйынса урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Рөстәм Аҡбашев йыл һөҙөмтәләрен барланы, айы-

рыуса тырышлыҡ күрһәткән хужалыҡтарҙы һәм эшсәндәрҙе маҡтап телгә алды, уларға район

хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырҙы, яңы еңеүҙәр һәм уңыштар теләне. Шулай уҡ ауыл хужалығында оҙаҡ йылдар эшләгән ветерандарҙы тәбрикләп, элекке Мәжит Ғафури исемендәге колхоз рәйесе Динислам Мозафаровты, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Әхәт Нуриевты, идаралыҡтың баш экономисы Миңлеғаяз Рәхмәтуллинды, “Родина” агрофирмаһы директоры Рәфҡәт Фәйзуллинды, ра-йон хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең элекке баш зоотехнигы Ғөбәйҙулла Зәйнетдиновты бүләкләп үтте.

Тантаналы йыйылыш барышында етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүсе предприятие етәкселәре – “Мәләүез шәкәр заводы”ның генераль директоры урынбаҫары И.Н.Ниғмәтуллин район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаровҡа Рәхмәт хаты, “Восход-СТ”, "Зенит" хужалыҡтарына, “Ҡарлыман продукт” ЯСЙ-һенең генераль директоры А.В.Моисеенко “Агролэнд” һәм “Урожай” хужалыҡтарына бүләктәр тапшырҙы.

“Красноусол” шифаханаһы вәкиле Ә.Ә.Хәсәнов килтергән путевкалар “Урожай” хужалығына, Ленин исемендәге колхозға һәм фермер Николай Карпунинға бирелде.

Көндәлек батырлыҡ, яуаплылыҡ, тырышлыҡ талап иткән хеҙмәттәрен юғары баһалағандары өсөн республика һәм район етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре менән “Восход-СТ” хужалығы етәксеһе Р.З.Бакиров, “Урожай” хужалығы етәксеһе Н.М.Хисаметдинов, фермер М.Ш.Алиян, ауыл хужалығы тармағы ветерандары исеменән Д.Б.Мозафаров һәм башҡалар сығыш яһаны.

Ауыл хужалығы эшсәндәренә арналған сараны район мәҙәниәт һарайы артистарының бай йөкмәткеле матур концерты биҙәне.
Читайте нас: