+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Декабрь 2017, 16:55

Изгелек ҡылырға теләүселәрҙе саҡырабыҙ

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 27 ноябрҙә 5 декабрҙе Ирекмәндәр көнө итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бөтә донъяла 5 декабрь Ирекмәндәр көнө булараҡ билдәләнә.

Райондың йәш ирекмәндәре өлкән коллегалары  Руфина Сухорукова менән.
Райондың йәш ирекмәндәре өлкән коллегалары Руфина Сухорукова менән.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 27 ноябрҙә 5 декабрҙе Ирекмәндәр көнө итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бөтә донъяла 5 декабрь Ирекмәндәр көнө булараҡ билдәләнә.

Был байрамдың тулы исеме – Иҡтисади һәм социаль үҫеш хаҡына халыҡ-ара ирекмәндәр көнө. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы 1985 йылда уҡ был көндө Ирекмәндәр көнө итеү тәҡдимен индергәйне. Шул йылдан башлап был байрам рәсми төҫ һәм халыҡ-ара статус алды.

РФ Президенты Владимир Путин “Рәсәй ирекмәне – 2017” йыллыҡ премияһын тапшырыу тантанаһында 2018 йылды Ирекмәндәр йылы итеү тураһында иғлан итте.

Тап ошо йылда беҙ ҙур хәрәкәттең бер өлөшө булырға ҡарар иттек. Тәүге байрамыбыҙға районыбыҙҙың “көмөш” ирекмәне Руфина Николаевна Сухорукованы саҡырҙыҡ. Ул үҙенең нисек итеп ирекмән булып китеүе хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне һәм беҙҙе изге эштәр башҡарырға дәртләндерҙе.

Ирекмән – ул үҙенең йөрәк, күңел ҡушыуы бу-йынса кешеләргә бушлай ярҙам итеүсе кеше. Беҙҙең пландарыбыҙ бик ҙур һәм үҙебеҙҙең сафтарға изгелек эшләргә теләүселәрҙе ҡабул итергә әҙербеҙ. Беҙҙең менән бәйләнешкә инер өсөн телефон: 8-937-34-98-599, йәки Красноусолдағы 2-се мәктәпкә мөрәжәғәт итергә була.


Читайте нас: