+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь 2017, 16:44

Ғаилә – бәхет бишеге

Ғаилә тормошоноң бәхете һәм бөтөнлөгө ирҙең дә, ҡатындың да булмышына, зирәклегенә, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай һәм үҫтерә белеү оҫталығына бәйле. Көндәлек ғаилә тормошо – ауыр даими хеҙмәт ул, камиллашыуҙы, хаталарҙы күрә һәм төҙәтә белеүҙе, яҡындарыңды аңлай һәм кисерә алыуҙы талап итә.

Ғаилә тормошоноң бәхете һәм бөтөнлөгө ирҙең дә, ҡатындың да булмышына, зирәклегенә, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай һәм үҫтерә белеү оҫталығына бәйле. Көндәлек ғаилә тормошо – ауыр даими хеҙмәт ул, камиллашыуҙы, хаталарҙы күрә һәм төҙәтә белеүҙе, яҡындарыңды аңлай һәм кисерә алыуҙы талап итә.

Иңгә-иң терәшеп ярты быуат ғүмер иткән, тәрбиәле балалар үҫтергән, ауылдаштары араһында абруй, хөрмәт ҡаҙанған Яугилде ауылында ғүмер итеүсе Мөнирә һәм Сәлмән Солтанморатовтар ҙа был хәҡиҡәтте яҡшы белә.

- Мин Сәйетбаба ауы-лында тыуып үҫкәнмен. Уҫман мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡытып йөрөгәндә Фәрзәнә апай Яугилде егете Сәлмән менән таныштырҙы. Ул ваҡытта Сәлмән Красноярск ҡалаһында иретеп йәбештереүсе булып эшләй ине. 1 йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнешергә ҡарар иттек. Ҡайны-ҡәйнә менән бер йыл ғына торҙоҡ та, йорт һалып сыҡтыҡ, - тип хәтер ебен һүтә Мөнирә апай.

Татыу ғаиләлә бер-бер артлы Лира ҡыҙҙары, Фәрис улдары тыуа. Ғаилә башлығын тирә-йүндә “алтын ҡуллы Сәлмән” тип йөрөтәләр – колхоздың алдынғы механизаторы, иретеп йәбештереүсеһе лә була ул. Һәр эшкә сәмләнеп тотона торған тырыш, тынғыһыҙ, талапсан Сәлмән ағай хаҡлы ялға сыҡҡас та 10 йыл тракторҙа эшләй. Мөнирә Вәлиулла ҡыҙы йәш сағында һайлаған уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, Яугилде мәктәбендә балаларға белем бирә.

- Беҙҙең быуын кешеләре сәғәте, минуты менән иҫәпләшмәй эшләне. Йәмәғәт эштәрен дә башҡарҙыҡ, донъябыҙҙы ла көттөк, балалар ҙа ҡараныҡ. Ғүмер буйы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, бал ҡорттары тоттоҡ. Күптән түгел, һаулыҡ самалы була башлағас, мал-тыуарҙы бөтөрҙөк. Хаҡлы ялға сыҡҡас 4 йыл ауыл ветерандар советы рәйесе булып эшләнем. Оло йәштә булһаҡ та, әле лә ауыл өсөн борсолабыҙ, - ти Мөнирә апай.

Ысынлап та, һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында, ауыл-

даштары араһында булып, уларҙың ҡайғы-шатлыҡтарын бүлешә Мөнирә апай. Яугилделә мәсет төҙөгәндә лә әүҙем ярҙам күрһәтә: төрлө ерҙәрҙә йәшәгән ауылдаштарын эҙләп табып был изге эшкә йәлеп итә ул. Һаулыҡ булһа, ауылда Ағинәйҙәр ойошмаһын тергеҙер инем, тигән уйҙар менән янып йәшәй хеҙмәт ветераны.

Солтанморатовтар күп-тән инде 4 ейән-ейәнсәргә һөйөклө өләсәй-олатай ҙа – Өфө ҡалаһында һатыусы булып үҙ эшен асҡан Лираның ҡыҙы Ләйсән юрист һөнәренә уҡый, Айнур мәктәптә белем ала. “Газпром”да инженер булып эшләүсе Фәрис улдарының да Фәрүәз һәм Нәркәс исемле балалары үҫеп килә.

Күптән түгел өлгөлө ғаилә 50 йыл бергә йәшәүҙәре уңайынан ра-йон мәҙәниәт һарайында үткән Әсәләр көнөнә арналған тантанала респуб-

лика Башлығының Ҡотлауы һәм иҫтәлекле бүләге менән бүләкләнде.

Ауыл хәстәре, дөйөм эш өсөн янып йәшәгән Мөнирә һәм Сәлмән Солтанморатовтарҙың ғү-мерҙәре тырыш хеҙмәттә үткән. Шуның өсөн дә

ауылдаштары ихтирам итә уларҙы. Хеҙмәт барҙа хөрмәт бар, тип бик дөрөҫ әйткән бит боронғолар.
Читайте нас: