+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2017, 12:55

Тәҙрә төбөң гөл генә

Ҡуйы урманлы тауҙар ҡосағында ултырған Ҡурғашлы ауылында йәшәүсе Миңзифа Мырҙағолова үҙе Үрге Ташбүкән ауылы ҡыҙы. Бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән тырыш, уңған ҡыҙ 7-се класта уҡығанда уҡ промартелдә эш башлай.

Ҡуйы урманлы тауҙар ҡосағында ултырған Ҡурғашлы ауылында йәшәүсе Миңзифа Мырҙағолова үҙе Үрге Ташбүкән ауылы ҡыҙы. Бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән тырыш, уңған ҡыҙ 7-се класта уҡығанда уҡ промартелдә эш башлай.

“Ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек, аслыҡ-яланғаслыҡ ваҡыты ине. Тамағыбыҙ икмәккә туймаһа ла, бәләкәйҙән ауыр эштә булдыҡ – һалабаш борҙоҡ, йүкәне тетеп, туҡыу станогында ҡап итеп һуҡтыҡ”, - тип иҫләй ул йылдарҙы Миңзифа апай.

1952 йылда яҙмыш уны Ҡурғашлы ауылы егете Шәфҡәт менән осраштырып ҡауыштыра. Шәфҡәт Ғариф улы ғүмерен урмансы һөнәренә бағышлай. Леспромхоздың Ҡурғашлы урман пунктында урман ҡырҡыусы, ағас бысыусы булып эшләгән. Ойоштороу һәләтле Шәфҡәт ағайҙы бригадир итеп тә ҡуялар. Тыу-

мыштан бирелгән һәләте – ағас эшенә оҫталығы арҡаһында төҙөүсе лә була. Ҡурғашлынан Һаралыға

тиклемге 50 саҡрым аралағы бар күперҙәрҙе лә ул төҙөгән. Ошо төбәк халҡы әле лә бер күперҙе “Шәфҡәт күпере” тип йөрөтә. Ағастан батман-күнәк, көрәктәр эшләү оҫтаһы ла булған ул. Фиҙаҡәр хеҙмәте бихисап Маҡтау грамоталары, Хеҙмәт ветераны миҙалы менән билдәләнгән.

Миңзифа апай менән Шәфҡәт ағай 5 балаға ғүмер биргән. Атанан күргән уҡ юна, тип халыҡ бушҡа ғына әйтмәй икән. Балалары бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, эшсән һәм һөнәрмән булып үҫәләр. Нимәгә генә тотонһалар ҙа гөлт иттереп ҡуялар. Һәр береһе үҙ ғаиләһен ҡороп, Тәлғәт Өфө ҡалаһында, Дәриғәт Ҡаҙағстанда, Әсҡәт Красноусолда, Ринат Ноябрьск, Зөлфиә Муравленко ҡалаларында донъя көтәләр. Әсҡәт улдары атаһы һөнәрен һайлап, Свердловск урман-техник институтын тамамлап, 1982 йылдан бирле райондың урмансылыҡ өлкәһендә эшләй. Әлеге көндә Ғафури урман хужалығының директор урынбаҫары вазифаһын биләй. Ул да коллективта абруйлы, маҡтаулы хеҙмәткәр, хеҙмәт ветераны.

“Әсәйебеҙ үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән беҙгә әле лә ныҡлы терәк, таяныс. Атайыбыҙ вафатынан һуң, оло йәштә булһа ла, тыуған йорт нигеҙен һыуытмай йәшәй, беҙҙе тәмле аш-һыуҙары менән ҡаршылай ул. Ҡасан ғына ҡайтһаҡ та, өйөбөҙ тәҙрәләренән әсәйемдең үҙе кеүек алсаҡ, сағыу гөлдәре көлөп ҡаршылай. Атай йортоноң көсөн татырға, тәпәй баҫҡан тыуған тупраҡҡа, гүзәл тәбиғәтле ауылыбыҙға ҡайтырға, тирә-йүндең йәмен йөрәгебеҙгә һеңдерергә мөмкинселек биреп йәшәүе өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ әсәйемә,” – тине Әсҡәт ағай. Бала сағы, йәшлеге эш менән үткән, тәрбиәле, игелекле 5 бала үҫтергәне өсөн Әсәлек миҙалы менән бүләкләнгән Миңзифа инәй бөгөн 10 ейән-ейәнсәргә, 5 бүләр-бүләсәргә һөйөклө өләсәй ҙә. Йәй көндәре уның йорто балаларҙың шат тауышына күмелә, йәмле йорто тағы ла йәмләнеп ҡала.

Ошо көндәрҙә Миңзифа Батыргәрәй ҡыҙы үҙенең матур ғүмер байрамын – 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Күркәм донъяғыҙҙы биҙәп йөрәк йылыһын, күңел наҙын биреп үҫтергән гөл-сәскәләрегеҙ кеүек әлегеләй сибәр, йәш йөрәкле, ихлас күңелле булып ҡалығыҙ, эргә-тирәләгеләргә изгелектәр таратып, матурлыҡҡа сорналып, һаулыҡ-сәләмәтлектә оҙаҡ йылдар йәшәгеҙ!


Читайте нас: