+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Ғинуар 2018, 12:06

Әҫәрҙәре тетрәндергес, тәржемәһе һоҡландырғыс

Китап уҡыу – һулыш алыу кеүек үк айырылғыһыҙ бер хәл-торошом булһа ла, үҫмерлек осоронда булды ул әҙәбиәттәге яҡтыртылған темаларҙан, һүрәтләү, сюжет ҡоролошонан күңел ҡайтыуы. Барыһы ла ялған, етерлек дәрәжәлә ышандырғыс түгел ине. Ниндәйҙер осраҡ менән “Ағиҙел” журналындағы бер әҫәр ҡулға юлыҡты бит. Атамаһын да иҫләмәйем, сюжеты ла яҙа-йоҙа ғына хәтерҙә. Тик геройҙарҙың беҙҙеңсә “анта, мынта, тегентә, инте” тип “һөйләшкәне” һаман иҫтә. Тап шул әҫәр күңелемде пыран-заран килтереп аҡтарып сығарҙы. Үҫмер аңымда тойғолар революцияһы ҡуптарҙы. Тәьҫиренән айный алмай байтаҡ йөрөнөм, нисек инде, ысын тормош ошолай буламы ни ул, тип (нимәһе ҡыҙыҡ, әҙәбиәтте түгел, ысынбарлыҡты шик аҫтына алғанмын). Белеүемсә, ул Талха Ғиниәтуллиндың яҙыусы Әмир Әминев тәржемәһендәге бер повесы булған. Осраҡлыҡтар яңылыш булмайҙыр ул. Әгәр Әмир Мөхәмәт улы тәржемәсе генә булған булып, башҡорт уҡыусыһына Т.Ғиниәтуллин ижадын ғына асып ҡайтарып биргәндә лә, яҙмыштарға (мәҫәлән, был осраҡта шәхсән минең) йоғонто яһаған шәхес булыр ине.

Бәхеткә ҡаршы, тәржемә – Ә.Әминевтең күп ҡырлы мөмкинлектәренең береһе генә. Яҡташыбыҙҙың күренекле прозаик, тәнҡитсе икәне һәр кемебеҙгә мәғлүм. Рәсәйҙең Ҙур әҙәбиәт премияһына лайыҡ булған һанаулы ғына (яңылышмаһам, Башҡортостандан ике-өс кенә) яҙыусыларҙың береһе. Оҙаҡ йылдар “Ағиҙел” журналында, Яҙыусылар союзының проза секцияһы етәксеһе булып хеҙмәт итеүе уның бар тормошоноң үҙ ижадын ғына түгел, ҡәләм тибрәткән һәр кемдең ижадын күҙәтеүсе, тикшереүсе, баһа биреүсе икәнен күрһәтә. Талантлы авторҙың ҡыҙыҡлы әйберен табып уҡыу, киң йәмәғәтселеккә сығарыу өсөн күпме сейле-бешле, булыр-булмаҫына күҙ нурыңды түгеп, ваҡытыңды, тимәк ғүмер сәғәттәреңде бағышларға кәрәк! Яҙыусылыҡ, ғөмүмән, эш кабинетында ҡалдырып китә торған, йәки эш сәғәтендә генә шөғөлләнә торған шөғөл түгел. Ул – йәшәү рәүеше. Редакторлау кеүек ҡатмарлы һәм яуаплы эштән тыш, әл дә Әмир ағай үҙ ижадын да тиң тартты. “Мең дә бер ғазап”, “Танкист”, “Бер кәмәлә”, “Һуңғы рәсем”, “Ҡар кешеһе”, айырыуса резонанс тыуҙырған “Ҡытайгород”, “Усман ташы” кеүек әҫәрҙәрҙән тыш хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен күҙ алдына ла килтереп булмай. Был повестарға ҡарата күп төрлө фекерҙәр әйтелде, мәҡәләләр яҙылды, әммә уҡыған бер генә кешене лә битараф ҡалдырмауы, күңелдәрҙе тетрәндереүе әҫәрҙәрҙең тәьҫир көсө хаҡында үҙе әйтеп тора. Әмир Әминевтең ижады сюжет ҡоролошо һәм хикәйәләү стиле бу-йынса айырылып тороуы бәхәсһеҙ булһа ла, жанры һәм методы буйынса аныҡ фекер булманы буғай. Сөнки әҙиптең фекер һәм идеяны биреү формаһы бер ҡалыпҡа ла һыймай. Бер яҡтан фантас-тика ла һымаҡ, икенсе яҡтан геройҙар психологияһы, ғәмәлдәре, сюжет үҫеше шул тиклем реаль, ышандырғыс! Минеңсә, Ә.Әминев әҙәбиәттә өр-яңы ижад методы (шул уҡ соцреализм, мәғрифәтселек реализмы һ.б. кеүек) булдырған әҙип, уны “параллель ысынбарлыҡ” (параллельная реальность) тип атар инем, беҙ белгән донъяла булмаһа ла, икенсе ысынбарлыҡта тормошҡа ашҡан булыуы мөмкин хәл-ваҡиғалар, тип.

Ә.Әминев - социаль әҙип. Мөхәббәт һәм нәфрәт, ғаилә мөнәсәбәттәре кеүек мәңгелек төшөнсәләргә ҡоролған бер генә әҫәре лә юҡ уның. Һәр береһендә – халыҡ, милләт фажиғәһе (эскелек, экология, ассимиляция һ.б.), киләсәкте күҙаллап асырғаныу, нисек тә аңдарҙы ғәфләт йоҡоһонан уятырға маташып иҫкәртергә, һиҫкәндерергә, уйландырырға мәжбүр итеү...

Әҙәбиәттең тағы бер алыштырғыһыҙ юлдашы - ул тәнҡит. Ул әҙәбиәттең кимәлен асыҡлай, әҫәрҙең баһаһын күтәрә, билдәләй, киләсәк ижад юҫығына маҡсаттар ҡуя. Ә.Әминев был өлкәлә лә әүҙем эшмәкәр. Ваҡытлы матбуғатта уның байтаҡ замандаштары ижадына һәм хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең дөйөм торошона арналған мәҡәләләре донъя күрҙе. Шуларҙың бер өлөшө “Ҡәләмдәштәргә һүҙ” исеме аҫтында китап булып сыҡты. Унда күтәрелгән темалар, әҫәрҙәргә төплө анализ, әңгәмәләр, әйтелгән фекерҙәр йәш ижадсылар өсөн үҙенсәлекле мәктәп тә була алыр ине. Билдәле тәнҡитсе, ғалим, яҙыусы Әнүр Вахитовтың тос ижадын (шиғырҙар йыйынтығы, докторлыҡ диссертацияһы материалдарын) китап итеп киң йәмәғәтселеккә еткереү ҙә Әмир ағайҙы шәхес булараҡ, рәхмәтле, зыялы һәм киң ҡарашлы шәхес булараҡ күрһәтә.

Ҡасандыр бер тәржемәһе менән аңыма көслө тәьҫир яһаған кешенең артабан да яҙмышымда ҙур роль уйнарын кем белгән. Республика матбуғатында сыҡҡан тәүге хикәйәм дә, тәүге повесым да “Ағиҙел” журналында Әмир ағай (яҡындарым “Ағай” тиһәм, һүҙ уның тураһында бара икәнен белеп бөткән) фатихаһы менән баҫылды. Тап унан юғары әҙәбиәт буйынса, уға илаһи мөнәсәбәт, был донъяла нимә мөһим, мөһим түгел мәсьәләләр хаҡында бер вузда ла уҡытылмай торған шәхси лекциялар тыңлауым һуң? Тап ул – рухи ҡиммәттәре, аҡыл ҡеүәһе, әхлаҡи сифаттары менән яҙыусының ниндәй булырға тейеш тигән идеалдарыма яуап биреүсе. Талантлы һәм даланлы яҡташыбыҙ Әмир Әминевтең быйылғы юбилей көндәре – күңелемдә йөрөгән ана шул хөрмәтемде белдереүгә бер сәбәп кенә лә, алда ла тетрәткес тә, күңелгә ял булырлыҡ та әҫәрҙәре менән зауыҡланырға насип булһын тигән өмөт тә...
Читайте нас: