Йылдың-йылы 15 февралдә Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Беҙҙең райондан 200-ҙән ашыу егет Афғанстан Республикаһында хәрби бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтты (4 яугир батырҙарса һәләк булдыф). Улар араһында Красноусолдан Рим Рауил улы Бәширов та бар.
Батыр маҡтанһа – яуҙа булғаны хаҡында һөйләр, тиһәләр ҙә, афған һуғышында ҡатнашып, үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡан әңгәмәсем был турала бик аҙ һөйләне. Ысынлап та, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәп ҡайтҡандар был хаҡта бигүк һөйләргә яратмай. “Беҙ бары тик Ватан ҡушҡанды ғына үтәнек”, - тип кенә яуаплай.
Красноусол ауылында тыуып буй еткерә Рим Бәширов. Красноусолдағы 1-се урта мәктәпте тамамлаған егет хәрби хеҙмәткә саҡырылғансы быяла заводында быяла ҡырҡыусы булып эшләй. 1982 йылдың апрелендә әрме сафына баҫа. Сәмәрҡәндтә хәрби әҙерлек үтеп, 5 майҙа хәрби ант ҡабул иткән йәш һалдаттарҙан торған улар часын Афғанстанға оҙаталар. Ул үҙен ысын ир-егет итеп тойоп, афғанға ебәрелеүен тыныс ҡабул итә, әммә башына ниндәй ауырлыҡтар төшөүен күҙ алдына ла килтермәй. Алда һуғыш ғәрәсәтле, туҙанлы, эҫе, ҡом буранлы Афған...
Ҡабулда хеҙмәтен башлап, 1984 йылдың февралендә Джелалабадҡа күсерелеп, августа ғына Ватан алдындағы бурысын үтәп, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була һалдатҡа. Афған ерендә ул Красноусолдан Марат Баймырҙин менән Александр Ивановты һәм Ташбүкәндән, Родина ауылынан яҡташтарын осрата. Ауыр саҡтарҙа яҡташтар бер-береһенә терәк-таяныс була. Ғөмүмән, сит ерҙә яҡташтар ғына түгел, ә һәр бер совет һалдаты бер йоҙроҡ булып уҡмашып, дошманға ҡаршы алыша.
Шул дәүергә 34 йыл ғүмер үткән. Тыныс тормошта ла һынатмай элекке яугир. Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, һөнәрселек училищеһында уҡып, махсус белемгә эйә булғас, ҡабаттан быяла заводында эшен дауам итә. Завод эшмәкәрлеге туҡтатылғас, әлеге көндә Рим Рауил улы “Рулевой” магазинында һатыусы-консультант булып эшләй. 31 йыл элек Альмира исемле һылыуға өйләнеп, ике улға атай-әсәй булып, матур ғүмер итәләр. Улдары Руслан менән Альберт та ир-егет алдындағы Тыуған илде һаҡлау тигән мөҡәддәс бурыс-тарын үтәп ҡайтҡандар. Өлкәне Стәрлетамаҡта “Магнит” сауҙа нөктәһендә эшләй, кесеһе иһә колледжда белем ала. Ҡатыны үҙәк район дауаханаһында иҡтисадсы.
- Беҙҙең быуын Ватанға тоғро, рухлы итеп тәрбиәләнде, һалдат бурысын намыҫ менән үтәнек,- ти яугир-интернационалист.