+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Март 2018, 12:07

Йорттарҙа уңайлылыҡ булһын өсөн

Марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Хәҙерге тормошто был хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Район кешеләренең көнкүрешендәге именлек тап уларҙан тора. Коммуналь хеҙмәттәрҙең өҙөклөкһөҙ эшләүе уңайлыҡтар, таҙалыҡ, тәртиптең нигеҙе булып тора. Һәм кешенең кәйефе лә тап ошоға бәйле. Һөнәри байрамдары уңайынан “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры С.О.АФАНАСЬЕВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

Марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Хәҙерге тормошто был хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Район кешеләренең көнкүрешендәге именлек тап уларҙан тора. Коммуналь хеҙмәттәрҙең өҙөклөкһөҙ эшләүе уңайлыҡтар, таҙалыҡ, тәртиптең нигеҙе булып тора. Һәм кешенең кәйефе лә тап ошоға бәйле.

Һөнәри байрамдары уңайынан “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры С.О.АФАНАСЬЕВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

-Сергей Олегович, йыш ҡына предприятиеның уңыштарын – бөтөн коллективтың тырыш хеҙмәте, тип баһалайбыҙ. Һеҙҙеңсә, был хаҡ һүҙҙәрме?

- Тап, шулай. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан иң башта Красноусол һәм район үҙәгенә яҡын бер нисә ауылды йылылыҡ, эсәр һыу һәм электр энергияһы менән өҙөклөкһөҙ тәьмин иткән 120 кешенән торған “Тепловодоснабжение” МУП-ы хеҙмәткәрҙәренең көндәлек тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк.

Предприятиебыҙ районда иң эреләрҙән һанала. “ТВС” – һыу үткәргес-канализация хужалығын, электр селтәрҙәрен, ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндергән киң инфраструктураны үҙ эсенә ала.

Былтыр торлаҡ йорттарҙы, социаль-мәҙәни объекттарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеү буйынса ярайһы ғына эштәр башҡарылды. Инвестиция программаһына ярашлы, Красноусолда туҙған электр линия-ларын, бағаналарҙы яңыртыу менән шөғөлләндек. Яланғас электр сымдарҙы заманса изоляциялы (СИП) кабелгә алыштырыу эштәре район үҙәгендәге Гагарин һәм Ленин урамдарында дөйөм 580 һәм 600 метр участкала, Демьян Бедный (300 м) урамдарында үтте. Быларҙан тыш, туҙған 30 электр бағанаһы тимер-бетонлыға алыштырылды, уларҙы тигеҙләү эштәре барҙы, электр сымдары тарттырып сығылды, электр үткәргес линияһы трассалары таҙартылды һәм башҡа эштәр башҡарылды.

- Йылытыу миҙгелен нисек тамамлайһығыҙ?

- Йылытыу миҙгеле әлегә тамамланманы, әммә уны уңышлы, аварияһыҙ сығып киләбеҙ, тип әйтергә мөмкин. Предприятие балансындағы 13 йылылыҡ ҡаҙанлығының 9-ы автоматик режимда, йәғни операторһыҙ эшләй, бары тик уларҙың даими эшләүе тикшереп торола.

Йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу буйынса ла эш дауам итте. Трассала юғалтыуҙарҙы кәметеү йәһәтенән былтыр 6-сы ҡаҙанлыҡтың 170 метр арауығындағы йылылыҡ селтәрҙәре йылылыҡ һаҡлаусы материал менән изоляцияланған торбаларға алыштырылды. Йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында 7-се, 8-се, 11-се ҡаҙанлыҡтарҙың йылылыҡ таратыу пластинкалары йыуҙырылып, әҙерлек һыҙығына ҡуйылды.

-Билдәләп үтеүегеҙсә, предприятиеғыҙҙың ҙур булыуынан барыһын да, атап әйткәндә, ремонт, яңыртыу һәм башҡа эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн күп көс һалырға тура киләлер?

-Әлбиттә, барыһына ла ҡулдан килгәнсә көсөбөҙҙө лә, аҡса ла йәлләмәйбеҙ. “2017-2019 йылдарға Красноусолдағы һыу менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялау” инвестиция программаһына ярашлы, район үҙәгендәге Леваневский (556 м), Блюхер (250 м) урамдарындағы туҙған һыу үткәргестәр замансаға алыштырылды.

Биологик таҙартыу ҡоролмаһын реконструкциялау эшен дауам итеп, унда горизонталь һыу тондороу - ҡомдо тотҡарлау ҡулайламаһын төҙөү бара.

2015 йылдың апреленән беҙ яңы иҡтисади эшмәкәрлек төрө – күп фатирлы йорттарға идара итеүгә һәм уларҙы хеҙмәтләндереүгә лицензия алдыҡ. Беҙ күп фатирлы 18 йортто хеҙмәтләндерәбеҙ.

2017 йылдың июлендә рес-публика бюджетынан 4777 мең һумлыҡ субсидия, район бюджетынан 843 мең һум аҡса алынды. Был аҡсалар газ буйынса бирәсәкте ҡаплауға йүнәлтелде.

- Киләсәккә пландарығыҙ хаҡында ни әйтерһегеҙ?

- Финанслау булғанда коммуналь хужалыҡ объекттарын реконструкциялау, ремонтлау һәм модернизациялау

эштәре менән артабан да шөғөлләнергә иҫәп тотабыҙ. Тап ошонан да халыҡтың тормош уңайлыҡтары, һыу, йылылыҡ, электр энергияһы менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итеү тора ла инде. Предприятиебыҙҙың артабанғы үҫеше йәһәтенән 2-се һәм 6-сы ҡаҙанлыҡтарҙы реконструкциялауҙы планлашты-рабыҙ. Был йәһәттән проект бар һәм 2014 йылда дәүләт экспертизаһынан ыңғай яуап алдыҡ.

2018 йылда инвестиция программаларына ярашлы эштәр дауам итәсәк. Новоселка, Дуҫлыҡ, Яңы тормош урамдарында, шулай уҡ Каширин урамында өлөшләтә электр линияларына реконструкция үткәреү планлаштырыла. Көнбайыш урамында тулыһынса, ә Крупская урамында өлөшләтә һыу үткәргестәр замансаға алыштырыласаҡ. К.Маркс урамындағы 6-сы ҡаҙанлыҡтан алып “Тирәккәй” балалар баҡсаһына тиклемге 344 метр арауыҡтағы йылылыҡ трассаһына капиталь ремонт уҙғарыуҙы планға индергәнбеҙ.

Ремонт эштәренең бер өлөшө махсус инвестиция программаһына ярашлы, предприятиеның үҙ аҡсаһына башҡарылһа, район хакимиәте һәм республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы яғынан да ярҙам бар.

-Әңгәмә башында предприятиеның уңышы коллективтың тырышлығы һөҙөмтәһе булыуы хаҡында һүҙ булғайны. Һөнәри байрамығыҙ уңайынан кемдәрҙе билдәләп үтер инегеҙ?

-Бер кемде лә айырып билдәләү мөмкин түгел, сөнки бер яҡтан коллектив ҙур, ә икенсенән һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡарай, һәр ҡайһыһын үҙ һөнәренең оҫтаһы тиергә була. Бары тик ҙур стажға эйә булып, байрам уңайынан бүләкләүгә тәҡдим ителеүселәрҙән электр селтәрҙәре участкаһынан Фәниз Хажиәхмәтов, слесарь-электрик Александр Вагин, һыу насос станцияһы операторы Андрей Федоровты атарға була. Йылылыҡ селтәрҙәре мастеры Илдар Шәрипов БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йүнәлеше буйынса “БР-ҙың атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә тәҡдим ителде. Бар ғүмерен коммуналь хужалыҡ тармағына арнаған, алыштырғыһыҙ, тәжрибәле, новаторлыҡ идеяларға бай баш инженерыбыҙ Александр Васильевич Безовчук - предприятиебыҙ ғорурлығы. Ҡаҙанлыҡ операторы Павел Ткачев, Юрий Игнатенко етәкселегендәге “Водоканал” коллективы, электр селтәрҙәре электромонтерҙары ағалы-энеле Айрат менән Ришат Садиҡовтарҙы билдәләп үтергә кәрәк.

Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә предприятиебыҙ эшмәкәрлегендә ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәтенә лә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ветеран-дарыбыҙҙы (улар 60-70-ләп кеше) һөнәри байрамыбыҙ – Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, ғаилә именлеге, байрам кәйефе теләйем.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.
Читайте нас: