+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2018, 10:55

Әүҙемлек юғары булды

Рәсәй Президентын һайлауға район халҡы алдан әҙерләнде һәм тауыш биреү көнөндә күпселеге байрамса кейенеп дәррәү рәүештә һайлау участкаһына юлланды.

Рәсәй Президентын һайлауға район халҡы алдан әҙерләнде һәм тауыш биреү көнөндә күпселеге байрамса кейенеп дәррәү рәүештә һайлау участкаһына юлланды.

Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1691-се һанлы участка һайлау комиссияһы 08.00 сәғәттә үҙ эшен башланы. Һайлауға иң беренсе булып элекке "Йондоҙ" колхозында һауынсы булып эшләгән Альмира Насир ҡыҙы Зәйнуллина улы Фидаил Мәҡсүт улы менән килеп еткән.

- Малыбыҙ күп, туғыҙ баш һыйыр малы аҫрайбыҙ, шуға ла иртәнсәк мал ҡарай башлағансы тип һайлауға алдан килдек, - ти Альмира Зәйнуллина. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Рәүилә Лоҡманова тәүге тауыш биреүселәргә иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Альмира апайҙың ҡул арты еңел булды,уларҙың артынса һайлауға башҡа һайлаусылар ҙа килә башланы.

10.00 сәғәткә 1691-се һайлау участкаһында ике йөҙҙән ашыу кеше тауыш биреп өлгөрҙө лә инде. Улар араһында Ғиндулла Шәйәхмәтов, Кәбир Мәүлетҡолов кеүек ауылдың абруйлы аҡһаҡалдарын күрергә була ине. Ғаиләләре, балалары менән килеүселәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Рәмил Ғәзизов тормош иптәше, улы һәм ейәне - 5 йәшлек Айтуғанды ла эйәртеп килгән. Ж.Кейекбаев исемендәге йорт-музей директоры Римма Ишмырҙина ла тормош иптәше, ике бәләкәй балаһы менән һайлауға килгән. Ә бына 18 мартта тыуған Гөлсара Йосопова өсөн был көн айырыуса иҫтәлекле булды. Ғөмүмән, 18 мартта тыуғандарҙы ҡотлап үттеләр.

Һайлау көнөндә Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо. Мәктәп автобусы Ҡолҡан ауылынан ике тапҡыр барып һайлаусыларҙы алып килде. Фойела дәртле йыр-моң, гармун көйҙәре яңғырап торҙо. Теләгәндәр тыпырҙатып бейеп тә алды. 12.00 сәғәттә ауыл һәүәҫкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт булды. "Асанай" халыҡ фольклор, ирҙәр вокаль, Гәүһәр Байбулдина етәкселегендәге балалар бейеү ансамблдәре сығыштары йәмле булды. Гармунсылар ансамбленең үҙҙәре йырлап, үҙҙәре бейеп, килгән халыҡты ла бейетеүе сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Уҫман ауылынан килгән Илфат Мөхәмәтҡоловтың йырын да тамашасылар үҙ итте.

Сәйетбаба урта мәктәбендә урынлашҡан 1690-сы һанлы һайлау участкаһында ла һайлау ойошҡан рәүештә үтте. Бында уҡыусы балалар тарафынан йәрминкә ойошторолдо. Ә бына Яугилде ауылындағы 1686-сы һайлау участкаһында ла һайлаусылар үҙ кандидатына тауыш биреү өсөн дәррәү килде. Комиссия рәйесе Әхәт Буранғолов әйтеүенсә, мәктәптең спорт залында Бурлы урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илшат Ғәбдиев башланғыс класс уҡыусылары менән "Күңелле старттар" уҙғарған. Бурлы ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл һәүәҫкәрҙәре ҡатнашлығында тауыш бирергә килеүселәр өсөн концерт ҡуйылған.

Имәндәш ауылындағы 1696-сы һайлау участкаһында ла һайлау әүҙем барҙы. Сәғәт 10.00 һуң халыҡ айырыуса әүҙемләште. Ә һайлау участкаһына тәүге булып ауылдың имам-хатибы Салауат хәҙрәт Түзбәков тормош иптәше - Альмира абыстай менән килде. Исемлеккә ингән 500-гә яҡын һайлаусының күпселеге төш ауғансы уҡ тауыш биреп өлгөрҙө. Был участкала быйыл өс кеше үҙ ғүмерендә тәү башлап үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне.

Буруновка ауыл биләмәһе ҙур түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ әүҙемлеге менән айырылып тора.

- Беҙҙәге халыҡ бер һайлауҙан да ҡалмай, һәр саҡ актив ҡатнаша, - ти ауыл биләмәһе башлығы Марат Рәхмәтуллин.

11.00 сәғәткә 1708-се һайлау участкаһына исемлеккә индерелгән 380-дән ашыу һайлаусының 150-һе тауыш бирергә өлгөрҙө лә инде. Ғәҙәттә, бындағы халыҡ төшкә тиклем һайлау участкаһына килеп үҙ гражданлыҡ бурысын үтәй.

Курорт ауылында ла һайлаусылар әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Бында урындағы халыҡ менән бер рәттән “Красноусол” шифаханаһында һәм Красноусол балалар санаторийында балалары менән ял итеүсе ата-әсәләр ҙә тауыш бирҙе. Ошо участкаға БСТ каналы журналистары килеп сюжет төшөрөүҙәре лә һайлаусылар өсөн ҡыҙыҡлы булды.Участкала күсмә сауҙа ла эшләне. БСТ журналистары Красноусолдағы 3-сө мәктәптәге һайлау участкаһында ла булырға өлгөрҙө. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бинаһында урынлашҡан 1664-се һайлау участкаһы һайлаусылар исемлеге буйынса иң ҙуры. Әйткәндәй, район

хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров та ошо участкала тауыш бирҙе. Башҡа һайлау участкаларында ла һайлаусылар башҡа һайлауҙарға ҡарағанда әүҙемлектәре менән айырылып торҙо. Күп урындарҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт ҡуйҙы, күсмә сауҙа ойошторолдо, мәктәптәрҙә йәрминкәләр булды, спорт һәм башҡа саралар ойошторолдо. Дөйөм алғанда, районда һайлауҙар тыныс шарттарҙа үтте һәм был дөйөм йомғаҡта ла асыҡ сағыла.
Читайте нас: