+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2018, 11:30

Сайт ябылды

Ғафури район прокуратураһы ялған ОСАГО полис-тары һатылған сайтты яптырыу хаҡында суд ҡарары сығартыуға өлгәште.

Ғафури район прокуратураһы ялған ОСАГО полис-тары һатылған сайтты яптырыу хаҡында суд ҡарары сығартыуға өлгәште.

Ғафури район прокуратураһы транспорт саралары хужаларының гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау өлкәһендә тикшереү уҙғарҙы.

Интернетта мониторинг үткәреү барышында электрон заказ буйынса мисәте һәм квитанцияһы булған ялған ОСАГО полистары һәм ОСАГО бланкылары һатыу тураһында иғландар урынлаштырған сайт барлығы асыҡланды. Ә бит ғәмәлдәге ҡануниәттә “ОСАГО полисын һатып алыу” ҡаралмаған, ә бары тик уны биргән өсөн страховка тарифы ғына түләтелә. Был тауарҙы етештереү һәм һатыу тураһында мәғлүмәт тә таратылырға тейеш түгел.

Прокуратура ғаризаһы буйынса суд был мәғлүмәтте Рәсәй биләмәһендә таратыу тыйылған икәнлеген таныны.

Суд ҡарары сайтты яптырыу өсөн Роскомнадзорға ебәрелде.


Читайте нас: