+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2018, 12:05

Ҡулланыусылар хоҡуғы һағында

14 мартта “Башҡор-тостан Республикаһы гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Стәрлетамаҡта урынлашҡан филиалының ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бу-йынса юристконсульт Регина Фәттәхова район халҡына бушлай консультация үткәрҙе.

Уға башлыса һатып алынған тауарҙың йәки күрһәтелгән хеҙмәттең сифатына зарланып мөрәжәғәт иттеләр. Мәҫәлән, Красноусолдан А.А.Кулагина ҡуйҙырған пластик тәҙрә һәм ишектең сифатһыҙ булыуы тураһында һөйләне. Юрист күрһәтелгән хеҙмәттең тейешле сифатта булмауына дәғүә белдереп, мировой судҡа ғариза яҙырға тәҡдим итте. Д.А.Исламов һатып алған һыу йылытҡыс ҡоролманың гарантия ваҡыты сыҡмаҫ элек боҙолғас, кире магазинға килтергән. Ҡоролманы һатыусы үҙ иҫәбенә ремонтҡа ебәргән, ләкин “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы закондың 20-се статьяһының 2-се пунктына ярашлы, һатып алыусыға уның урынына алмаш тауар бирмәгән. Уға магазинға барып алмаш тауар бирһендәр өсөн ғариза яҙырға ҡушылды. Закон буйынса был ғариза 3 көн һуҙымында ҡәнәғәтләндерелергә те-йешлеген дә өҫтәне юрист. Ҡабул итеүҙә тағы ла ошоға оҡшаш һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр булды. Уларҙың барыһына ла белгес ентекле яуаптар бирҙе.
Читайте нас: