+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2018, 12:45

Юридик ярҙам күрһәтелде

Районда быға тик-лем дә бер нисә тапҡыр үткәрелгән бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйын-са сираттағы ҡабул итеү 14 мартта булды.

Районда быға тик-лем дә бер нисә тапҡыр үткәрелгән бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйын-са сираттағы ҡабул итеү 14 мартта булды.

Уны дәүләт юридик бюроһының әйҙәүсе белгесе, юрист-консульт Оксана Михайловна Гнатюк алып барҙы. Юристҡа мөрәжәғәт итеүсе Л.А.Кирдеева ҡабул итеүгә беренсе тапҡыр ғына килмәй. Ул быға тиклем ер участкалары сиктәрен билдәләгәндә киткән кадастр хатаһын төҙәтеү буйынса дәғүә белдереп судҡа ғариза яҙыуҙа ярҙам һораған. Әле иһә О.М.Гнатюк уға үҙе әҙерләгән ғаризаны бирҙе, ентекләп уҡығандан һуң ниндәй ҡарарға килеүҙәре тураһында телефондан хәбәр итеүҙәрен һораны. Аҡкүл ауылынан Ғ.Ф.Абдрахманова ҡабул итеүгә энеһенең мәнфәғәтен ҡайғыртып килгән. Етем бала булараҡ бер нисә йыл элек уға Красноусолдан торлаҡ бирелгән. Уның иҫке булыуы, тейешле нормаларға тура килмәүе тураһында прокуратураға мөрәжәғәт иткәндәр. Бында Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына барырға кәңәш биргәндәр. Документтар менән танышҡас, юрист Өфөгә барғандан һуң ҡатынға судҡа ғариза яҙырға ярҙам итәсәген белдерҙе. Был көндө бушлай юридик ярҙам алыу категорияһына ҡараған тағы ла бер нисә граждан үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Читайте нас: