Ғафури халыҡ театры яңынан-яңы, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс спектаклдәр әҙерләп, ижад емештәре менән һоҡландырып тора.
ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Зәйнешева етәкселегендәге халыҡ театры йәнә юлға сығып, Мөҙәрис Багаевтың “Табышалар парҙар, ҡауышалар йәрҙәр” исемле комедияһын Байымбәт ауылы халҡына тәҡдим итте. Уйландырғыс та, моңландырғыс та спектаклде ҡарап рәхәтләнеп көлдөк тә, йәшереп кенә күҙ йәштәрен дә һөрттөк. 50 йәштәрҙәге Гөлбикә (Рәзилә Хәбибуллина) исемле ҡатын күңеленә тынғы тапмай (ире өс йыл элек мәрхүм булған), йәшлеген һағынып моңлана.
Уның һиҙемләүе юҡҡа ғына булмаған икән, ҡыҙ сағында ғашиҡ булып йөрөгән ауылдашы Әхмәт (Хызыр Нәзиров) атаһы Йәнғәли (Әнүәр Ғәзизов) һәм улы Сәлмән (Фәнзил Ғәлин) менән ҡаланан ҡайтып төшә. Асыҡланыуынса, Әхмәт тә йәш сағында Гөлбикәгә битараф булмаған икән. Әле һаман да уны онота алмай (Әхмәттең ҡатыны ике йыл элек мәрхүмә).
Әммә Гөлбикәнең әхирәттәре Фазила (Тәнзилә Вахитова), Зарифа (Римма Зәйнуллина), Кәримә (Айһылыу Муллагилдина) күңелендә лә Әхмәткә урын юҡ түгел икән, улар ҙа һәр ҡайһыһы Әхмәтте үҙенә ҡаратырға хыяллана.
Тик Әхмәттең йөрәгендә берәү - Гөлбикәһе генә. Гөлбикәнең ҡыҙы Гөлсөм (Эльвира Насирова) менән Сәлмән йөрәгендә лә һөйөү хистәре ҡабына. Ейәне Сәлмәнгә кәләш эҙләшергә тип кенә ҡайтҡан Йәнғәли ҙә, олоғайған көнөндә бында үҙ яртыһын таба, Гөлсөмдөң өләсәһе Йәнбикә (Фәриҙә Монасипова) менән яҙмышын бәйләй.
Тамашасылар сәхнәлә барған ваҡиғаларға инеп, геройҙар менән бергә янды, шатланды һәм һағышланды. Әртистәрҙең тормошсан итеп уйнауҙары һәр кемде хис-тойғоларға һалды. Спектаклде музыкаль яҡтан Радик Иҫәнғәлин биҙәгән. Сәхнәгә режиссер Зәйтүнә Зәйнешева ҡуйҙы.