“Рәсәй Федерацияһы граждан-дарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында” Федераль закондың 27-се статьяһының 4 һәм 5.1-се статьяларына таянып, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының Территориаль һайлау комиссияһы хәл итеү тауышы менән 1662, 1663,1664, 1665, 1666, 1667, 1668, 1669, 1670, 1671, 1672, 1673, 1674, 1675. 1676, 1677, 1678, 1679, 1680, 1681, 1682, 1683, 1684, 1685, 1686, 1687, 1688, 1689, 1690, 1691, 1692, 1693, 1694, 1695, 1696, 1697, 1698, 1699, 1700, 1701, 1702, 1703, 1704, 1705, 1706, 1707, 1708-се участка һайлау комиссиялары ағзалығына (участка комиссияларының резерв
составына) кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә башлай.
Документтар ошо иғлан баҫылып сыҡҡан көндән алып 30 көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 453050, Башҡортостан Республикаһы, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт, 112-се бүлмә, тел.: (834740)2-13-07, (834740)2-10-03, (834740)2-18-67.
Хәл итеү тауышы менән участка һайлау комиссиялары ағзалығына (участка комиссияларының резерв составына) кандидатуралар буйынса тәҡдим (тәҡдимдәр) индергәндә түбәндәгеләрҙе тапшырырға кәрәк:
Сәйәси партиялар, уларҙың төбәк бүлексәләре, башҡа структур бүлексәләре өсөн:
1. Һайлау комиссиялары составына кандидатуралар тураһында тәҡдим индереү хаҡында сәйәси партияның йәки уның төбәк бүлексәһенең, башҡа структур бүлексәһенең вәкәләтле (етәксе йәки башҡа төр) органының сәйәси партия уставы талаптарына ярашлы тултырылған ҡарары.
2. Кандидатуралар тураһында тәҡдимде сәйәси партияның төбәк бүлексәһе йәки башҡа структур бүлексәһе индерә икән, ә сәйәси партия уставында бындай тәҡдим индереү ҡаралмаған булһа – сәйәси партияның төбәк бүлексәһенә йәки башҡа структур бүлексәһенә һайлау комиссиялары составына кандидатуралар буйынса тәҡдим индереү вәкәләттәре биргән органының атап үтелгән вәкәләтлекте биреү тураһында устав талаптары ҡушҡанса тултырылған ҡарары.
Башҡа төр йәмәғәт берекмәләре өсөн:
1. Йәмәғәт берекмәһенең ғәмәлдәге уставының нотариаль раҫланған йәки быға вәкәләте булған орган тарафынан раҫланған күсермәһе.
2. Һайлау комиссиялары составына кандидатуралар тураһында тәҡдим индереү хаҡында йәмәғәт берекмәһенең вәкәләтле (етәксе йәки башҡа төр) органының йәмәғәт берекмәһе уставы талаптарына ярашлы тултырылған ҡарары, йәиһә йәмәғәт берекмәһе уставына ярашлы йәмәғәт берекмәһе исеменән бындай ҡарар ҡабул итеү хоҡуғы бирелгән төбәк бүлексәһенең, йәки бүтән структур бүлексәһенең вәкәләтле (етәксе йәки башҡа төр) органының ошо уҡ мәсьәлә буйынса ҡарары.
3. Әгәр тәҡдимде йәмәғәт берекмәһенең төбәк бүлексәһе йәки бүтән структур бүлексәһе индерһә, ә йәмәғәт берекмәһе уставында 2-се пунктта күрһәтелгән һорау көйләнмәгән булһа, - йәмәғәт берекмәһе уставына ярашлы һайлау комиссиялары составына кандидатуралар тураһында тәҡдимдәр индереү хоҡуғын йөкмәтергә хаҡлы йәмәғәт берекмәһе органының бындай хоҡуҡты йөкмәтеү тураһындағы ҡарары.
Һайлау комиссиялары составына кандидатуралар индереүгә хоҡуҡлы башҡа субъекттар өсөн:
Муниципаль берәмектең вәкиллекле органының, алдағы (ғәмәлдәге) состав һайлау комиссияһының, йәшәгән урын, эш, хеҙмәт итеү, уҡыу урынындағы һайлаусылар йыйылышының ҡарары.
Бынан тыш, кандидатуралар индереүгә хоҡуҡлы субъекттар тарафынан тапшырыла:
1. Һайлау комиссияһына тәҡдим ителеүсе кешенең 3х4 см ҙурлыҡтағы ике фотоһүрәте (мөйөшһөҙ*).
2. Рәсәй Федерацияһы гражданының уны һайлау комиссияһы составына тәғәйенләүгә яҙма ризалығы.
3. Кандидатураһы һайлау комиссияһы составына тәҡдим ителеүсе кешенең Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты йәки уны алмаштырыусы документының гражданлыҡ һәм йәшәгән урын тураһында мәғлүмәттәр булған күсермәһе.
4. Кандидатураһы һайлау комиссияһы сос-тавына тәҡдим ителеүсе кешенең төп эш йәки хеҙмәт урыны, биләгән вазифаһы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе раҫлаусы документының (хеҙмәт кенәгәһе йәки төп эш урынынан белешмә) күсермәһе, төп эш йәки хеҙмәт урыны булмаған осраҡта – шөғөл төрө хаҡында мәғлүмәттәрҙе раҫлаусы, йәғни уға килем килтергән эшмәкәрлек тураһында, эшләмәүсе кеше статусы (пенсионер, эшһеҙ, уҡыусы (уҡыу урынын күрһәтеп), йорт хужабикәһе, ваҡытлыса эшһеҙ) тураһында документтың күсермәһе.
Иҫкәрмә. Йорт хужабикәһе (йорт хужаһы) статусын раҫлаусы документ булып һуңғы эш урыны күрһәтелгән хеҙмәт кенәгәһе менән йорт хужабикәһе (йорт хужаһы) статусы күрһәтелгән шәхси ғариза, йәиһә тик шәхси ғариза ғына ла тора ала.
*Участка һайлау комиссияһы булдырылған саҡта 1-се пунктта һүҙ барған фотоһүрәттәрҙе кандидатура индереүгә хоҡуҡлы субъекттар ғына түгел, ә участка һайлау комиссияһы сос-тавына тәҡдим ителеүсе кеше үҙе лә тапшыра ала.