-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Апрель 2018, 14:13

Хеҙмәт сынығыуы үткән закон һаҡсыһы

Тиҫтә йыл Ғафури районы прокуроры вазифаһында (1988-1998 йылдарҙа) эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Юнер Ғәли улы Фәхретдинов яҙҙың тәүге көнөндә 75 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Һәр төрлө эштәрҙе рациональ күҙлектән, юридик йәһәттән сығып баһаларға күнеккән прокурорға күптәр рәхмәтле бөгөн.

Тиҫтә йыл Ғафури районы прокуроры вазифаһында (1988-1998 йылдарҙа) эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Юнер Ғәли улы Фәхретдинов яҙҙың тәүге көнөндә 75 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Һәр төрлө эштәрҙе рациональ күҙлектән, юридик йәһәттән сығып баһаларға күнеккән прокурорға күптәр рәхмәтле бөгөн.

Тамырҙары менән беҙҙең ра-йондан булған Юнер Ғәли улы (атаһы Ҡотлоғужа ауылынан) күрше Ауырғазы районының Талбазы ауылында донъяға килә. Әсәһе Хөсниямал Мәләүез районынан була, Мораптал педучилищеһын тамамлағас, Яңғыҙҡайынға балалар уҡытырға килгән. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан коммунист атаһы Ғәли Ислам улын төрлө урындарға: башта Өфөгә партия Өлкә комитетына инструктор, артабан Илеш район партия комитетына 2-се секретарь итеп күсереү сәбәпле, өс урында уҡыған Юнер 8-се класты Үрге Йәркәйҙә тамамлай. Үҙен урман хужалығына бағышларға уйлап, урман технологы һөнәренә уҡып сыға. Һәм йәш белгес йүнәлтмә буйынса Ҡариҙел районы леспромхозына эшкә ебәрелә. Тап ошонда хеҙмәт сынығыуы ала ла инде. Артабан һалдат сафына баҫа һәм Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, төрлө ойошмаларҙа хеҙмәт юлын дауам итә: Иглиндағы һөнәрселек училищеһында һәм Өфөләге фанера комбинатының мебель фабрикаһында мастер, төҙөлөш өлкәһендә хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер һәм башҡалар. Юнер Ғәли улын әле бер, әле икенсе урынға күсереп, уны ныҡлыҡҡа, үҙен коллективта тотошон, сетерекле хәлдәрҙән сығыу, ойоштороу һәләтен һынап, етәкселек йәки башҡа етди эшмәкәрлеккә әҙерләйҙәр. Һөҙөмтәлә, үҙен намыҫлы, ғәҙел һәм принципиаль итеп күрһәткән Ю.Фәхретдинов Башпрокуратураға саҡырыу ала. Әммә ул ашыҡмай, өсөнсө тапҡыр саҡырыуҙа ғына ризалаша. Тик вакантлы эш урыны оҙаҡ уйлағанды көтөп тормай икән шул, был вазифаны икенсе кеше биләй һәм уны Шишмә районы прокуратураһына тәүтикшереүсе итеп тәғәйенләйҙәр. Һәм тап ошо йүнәлтмә Юнер Ғәли улының яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә лә инде: бар ғүмерен законға хеҙмәт итеүгә арнай. Ғүмерлек мөхәббәтен дә ошонда осрата егет. Орлов өлкәһендә тыуып-үҫеп, Курск дәүләт медицина институтында провизор һөнәренә эйә булған һылыу ҡыҙ Галина Панованы йүнәлтмә менән Башҡортостанға эшкә ебәргәндәр. Бында 23 йәшлек кенә белгесте Шишмә һәм Благовар райондарының берләштерелгән дарыуханалар селтәре мөдире итеп тәғәйенләйҙәр.

Эске эштәр органдарында тикшереүҙе һәм тәүтикшереүҙе күҙәткән ғәҙел, принципиаль юрист һәр енәйәт эшенә ентекле, етди ҡарай, хатта шәхси ваҡыты менән дә иҫәпләшмәй. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер. Сөнки һәр енәйәт артында әллә күпме кеше яҙмышы, һәм Юнер Ғәли улы быны яҡшы аңлай.

Ю.Фәхретдинов прокуратурала эшләү менән бер рәттән ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. 1978 йылда дипломлы прокурор Ҡыйғы районына эшкә күсерелә. 10 йылдан һуң, үҙ эшен яратып, бөтә нескәлегенә төшөнөп, арымай-талмай законға фиҙаҡәр хеҙмәт иткән юстиция советнигы Юнер Ғәли улы атаһының тыуған яғына - Ғафури район прокуроры вазифаһына тәғәйенләнә. Бында ла тиҫтә йыллап эшләгән Юнер Ғәли улы аварияға осрап, сәләмәтлегенә зыян килә һәм ул вазифаһын ҡалдырып, хаҡлы ялға туҡтарға мәжбүр була. Ошо йылдар арауығында Ю.Ғ.Фәхретдинов өлкән юстиция советнигы дәрәжәһенә, “БР-ҙың атҡаҙанған юрисы” һәм башҡа наградаларға лайыҡ була. Ә күптән түгел юбилейы уңайынан отставкалағы прокурорҙы ведомствоның иң юғары наградаһы – I дәрәжә “Законға тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнеләр.

Юнер Ғәли улы бөгөн ҡул аҫтында эшләүселәрҙең бер нисәүһенең прокурор, судья, адвокат булып уның юлын дауам итеүҙәрен хаҡлы рәүештә үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәтенә иң ҙур баһа тип иҫәпләй. Шулай уҡ балалары ла, атайҙары кеүек законға хеҙмәт итеүҙе үҙ һөнәре итеп һайлаған йәки атай юлынан киткән: улы Эдуард район хакимиәтенең юридик һәм кадрҙар бүлеге начальнигы, ғаиләһе менән Красноусолда төпләнде, ҡыҙы Юлиә Өфөлә йәшәй (Башпрокуратурала бүлек начальнигы, ә бығаса Туймазы ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы булып эшләгән).

Прокуратураның эшмәкәрлеген, бихисап бурыстарын дөйөмләштергәндә, ҡыҫҡаса ғына “кешеләргә уңайлы һәм хәүефһеҙ тормош булдырыу” тип тә әйтергә мөмкин. Әммә шул һүҙҙәр артында – үҙ һөнәренә мөкиббән киткән Юнер Фәхретдинов кеүек хеҙмәткәрҙәрҙең көсөргәнешле эше, уларҙың иңендә ятҡан оло яуаплылыҡ. Был йәһәттән ветеран бөгөнгө район прокуратураһының ҙур булмаған коллективы эшмәкәрлеген тик ыңғай яҡтан ғына билдәләп үтте. Әйткәндәй, район прокуратураһынан коллегалары уға йыш ҡына шылтыратып, хәлен белешеп торалар, Башпрокуратура менән берлектә байрамдар менән ҡотларға ла онотмайҙар. Отставкалағы кешегә башҡа ни кәрәк инде?

Ветерандың ейәндәре – улының балалары 11-се класта уҡыған Денис, Артур (5-се класта белем ала), ҡыҙының улы Юнир (Өфөлә 1-се класта уҡый) оло шатлығы. Юнер Ғәли улы бөгөн Ғафуриҙа үҙ кешегә әйләнгән ҡатыны - изге күңелле, миһырбанлы Галина Николаевнаға рәхмәтле, бары тик ихтирамға, йылы һүҙҙәргә лайыҡ булыуын белдерҙе. Уны “ерҙәге фәрештә”гә тиңләй, бары тик һөйөклөһө ярҙамы менән ул авариянан имгәнеү эҙемтәләрен, шулай уҡ сирҙәрҙе еңеп, аяҡҡа баҫа. Быйыл декабрҙә уларҙың иңгә-иң терәшеп, бер-береһенә терәк тә, кәрәк тә булып ғүмер һуҡмағынан атлауҙарына 45 йыл тула. Уларға иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ һәм тиңлек-тигеҙлек теләйбеҙ.
Читайте нас: